Милли проекттар
26 Ғинуар 2022, 10:30

Асҡында юғары тиҙлекле интернет үҫтерелә

Был проектҡа социаль әһәмиәтле 65 объект йәлеп ителгән.

Асҡында юғары тиҙлекле интернет үҫтереләАсҡында юғары тиҙлекле интернет үҫтерелә
Асҡында юғары тиҙлекле интернет үҫтерелә

Асҡын районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проектына (национальный проект “Цифровая экономика”) ярашлы, районда бер нисә проект тормошҡа ашырыла.

Хакимиәттә үткән оператив кәңәшмәлә Иҫке Балтас сервис үҙәгенең Асҡын ауылындағы клиент сервисы төркөмөнөң төп инженеры Ридан Ғайсин улар тураһында ентеклерәк һөйләне. Мәҫәлән, “Асыҡ интернет” проекты нигеҙендә республикала былтыр 262 ауыл юғары тиҙлекле интернет селтәренә тоташтырылған. Асҡын районында Ҡуяштыр, Яңы Бағаҙы ауылдарына оптик селтәрҙәр үткәрелде. Ошо йүнәлештәге эш быйыл да дауам итә. – Был проект дәүләт-шәхси партнерлығы нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Төп маҡсат – заманса инфраструктураны аныҡ ауылға еткереү. Эш республика ҡаҙнаһы һәм “Башинформсвязь” йәмғиәте аҡсаһына башҡарыла, – тине Ридан Ғайсин.

Районда тормошҡа ашырылған йәнә бер проект – “Социаль әһәмиәтле объекттар”. Уға ярашлы Ҡубыяҙ һәм Степановка ауылдарындағы фельдшер-акушерлыҡ пункттарына оптик селтәрҙәр үткәрелгән. Был проектҡа социаль әһәмиәтле 65 объект йәлеп ителгән.

“Мәғлүмәт тапшырыуҙың берҙәм селтәре” сиктәрендә Асҡын һәм Ҡашҡа ауыл мәктәптәрендә оптик селтәрҙәр барлыҡҡа килгән һәм мәғлүмәтте криптоһаҡлағыстар ҡуйылған.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: internet4g-samara.ru

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас