Милли проекттар
26 Ғинуар 2022, 07:30

Быйыл да эштәр дауам итәсәк

Былтыр йыл аҙағында Башҡортостан аша федераль юлдарҙың (барлығы – 795 километр) 90 проценты норматив хәлгә килтерелгән.

Быйыл да эштәр дауам итәсәкБыйыл да эштәр дауам итәсәк
Быйыл да эштәр дауам итәсәк

Быйыл Өфөләге Дим биҫтәһендә М-5 “Урал” трассаһынан Үҙәк урам буйлап ингән урын үҙгәртеп ҡороласаҡ. Проекттың төп этаптарының береһе федераль трасса менән киҫешкән урында буласаҡ. Был хаҡта Рәсәй Федерацияһының Төп дәүләт экспертизаһы менән килешелгән. Эштәр Дим биҫтәһендәге 380 метр оҙонлоҡтағы участкала атҡарыласаҡ.

Элмәк рәүешендәге дүрт һыҙатлы транспорт айырсаһында бер ара буласаҡ. Уның оҙонлоғо – 45, киңлеге 27 метр тәшкил итәсәк. Проектта бүлеү һәм хәүефһеҙлек һыҙаты ҡаралған. Юл үткәргестә тауышты кәметә торған экрандар ҡуйыласаҡ. Эштәрҙең башланыу ваҡыты аҡса бүленеүгә бәйле.

Әйткәндәй, былтыр йыл аҙағында Башҡортостан аша федераль юлдарҙың (барлығы – 795 километр)  90 проценты норматив хәлгә килтерелгән. Уларҙы ҡарау, үҙгәртеп ҡороу һәм ремонтлау 15,3 миллиард һум күләмендә финансланған. Ә юлдарҙың яҡшыртылыуы иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас