

Фермер хужалығы асып, үҙ эшеңде башлау еңелдән түгел. Күп көс түгеп, ҙур тырышлыҡ һалып, үҙ-үҙен аямай эшләгәндәр генә был өлкәлә уңышҡа өлгәшәлер. Борай районындағы Фәйзуллиндар ғаиләһе тап шундайҙарҙан.
Борай районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, башта ғаилә ҙур булмаған ер участкаһында йәшелсә үҫтергән. Һуңыраҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) “Фермерҙарға ярҙам системаһын ойоштороу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” төбәк проекты нигеҙендә үткәрелгән конкурста ҡатнашып, Илфир Фәйзуллин үҙенең хужалығын үҫтереүгә грант ала. Аҡсаны йүнсел техника - тракторға тағылма, урғыс, урау өсөн пресс, шулай уҡ йәшелсә үҫтереү өсөн ҡорамалдар - һатып алыуға тотона.
Эш башлаған осорҙа фермерҙың 27 гектар ере булһа, әкренләп 82 гектарға еткерелгән. Шуның 67 гектарында – бойҙай, 15 гектарында кәбеҫтә үҫтерәләр.
Әле Фәйзуллиндарҙың хужалығы – районда иң уңышлы эшләгәндәрҙең береһе. Йыйып алынған уңышты улар йәрминкәләрҙә һата, йәшелсәне балалар учреждениеларына тапшыра. “Ҡурҡырға ярамай, иң мөһиме – үҙ көсөңә ышаныу!” – ти ғаилә башлығы Илфир Фәйзуллин.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/210687