

Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжында 8-10-сы класс уҡыусылары өсөн бушлай оҫталыҡ дәрестәре үтте.
Баш ҡаланың 14 мәктәбенән 80-дән ашыу уҡыусы WorldSkills стандарттары буйынса йыһазландырылған оҫтаханаларҙа "Веб-дизайн һәм асыш", "Мәғлүмәт кабель селтәрҙәре", "Әйберҙәр интернеты", "Мобиль ҡушымталар әҙерләү" йүнәлештәре буйынса ғәмәли профессиональ күнекмәләр үтәне.
"Мәғлүмәт технологиялары иң ҙур ихтыяж менән файҙаланған тармаҡтар рейтингын етәкләй. Шуның менән бергә өлкәлә бик күп яңы һөнәр барлыҡҡа килә. Был өлкәләге уңыш күбеһенсә иртә профессиональ диагностикаға бәйле", - тип билдәләне Башҡортостан мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Уҡыусыларға “Йәш профессионалдар-2021" (WorldSkills Russia) төбәк чемпионаты еңеүселәре ярҙам итте. Күнекмәләргә түбәндәгеләр инде: база мобиль ҡушымтаһын булдырыу, "аҡыллы әйберҙәр"ҙе программалаштырыу, веб-дизайн, асыштар менән танышыу, шулай уҡ ҙур булмаған кабель селтәре участкаһын проектлау һәм булдырыу.
Тәҡдим ителгән йүнәлештәр буйынса оҫталыҡты артабан үҫтереү өсөн Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы уҡыусылар өсөн "Инженерҙар мәктәбе" проектын бойомға ашыра.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы "Компьютер системалары һәм комплекстары", "Янғын хәүефһеҙлеге", "Янғын-һаҡ сигнализацияһы электромонтеры", "Мәғлүмәт системалары һәм программалау", "Мехатроника һәм мобиль робот техникаһы", "Мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү", "Селтәр һәм системалы идара итеү" йүнәлештәре буйынса әҙерлек алып бара.
Был йүнәлештәге эшмәкәрлек ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан билдәләнгән “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.
Сығанаҡ һәм фото: pravitelstvorb.ru