

Тиҙҙән Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында Флорид Бүләковтың "Их, күгәрсенкәйҙәрем!" тип аталған әҫәре буйынса премьера сәхнәгә сығасаҡ.
Унда еңел булмаған тормош юлы үткән, үткәндәрен уйлап, үҙҙәрен йыуатыуҙан ҡасҡан, һөйөп-һөйөлөп йәшәргә теләгән дүрт әхирәт тураһында яҡты, тетрәндергес, шул уҡ ваҡытта ябай тормош һүрәтләнә. Әхирәттәрҙең йәше үтеп барыуға ҡарамаҫтан, өмөттәре һүнмәгән. Бына өйлө кейәү пәйҙә була. Кемдең өлөшөнә төшөр көмөш ул? Әҫәрҙә күтәрелгән тема һәр быуын өсөн көнүҙәк: тормош хаҡында, һәр кемдең камил һәм камил булмаған ҡылыҡтары тураһында уйландыра...
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Флорид Бүләковтың был лирик комедияһы Рәсәйҙең бик күп сәхнәһендә ҡуйылғаны бар, әммә сибайҙарҙың халыҡсан уйнауы менән барыһын да хайран итәсәгенә ышаныс ҙур. Премьераны сәхнәгә ҡуйыусы режиссер - Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов, режиссеры - Денис Нурғәлин, ҡуйыусы рәссам – Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Валерий Яшкулов, композитор – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин, балетмейстер – Фәйрүзә Сәлимгәрәева.
Төп ролдәрҙе Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитова, Башҡортостандың халыҡ артисы Нурзиә Әбдрәшитова, Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Сәйфуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлфирә Йосопова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айгөл Хәкимова башҡара.
Премьера 7,8 февралдә була.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, республика театрҙарында "Мәҙәниәт" милли проекты (национальный проект "Культура") нигеҙендә төрлө премьералар ҡуйыла, өр-яңы сәхнә кейемдәре тегелә, тамашасылар өсөн бар уңайлы шарттар тыуҙырыла. "Пушкин картаһы" буйынса уҡыусылар һәм студенттар ҙа театрҙарға йыш йөрөй.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото һәм сығанаҡ: Сибай театры сайты.