

Рәсәй экспорт үҙәге генераль директоры Вероника Никишина рәйеслегендә "2.0 Төбәк экспорт стандарты"н (РЭС 2.0) индереү буйынса йомғаҡлау вебинары үтте.
Вероника Никишина билдәләүенсә, Башҡортостан Республикаһы, Алтай крайы, Свердловск өлкәһе, Хабаровск крайы 2021 йылда "2.0 Төбәк экспорт стандарты"н индереүҙә алдынғы булған.
– Былтыр лидер төбәктәр, "2.0 Төбәк экспорт стандарты"ның 11 инструментын индереү мотлаҡ тип талап ителһә лә, уның 14-тен индерҙеләр. Бынан тыш, Мәскәү, Орел, Тверь, Курс өлкәләре, Мәскәү ҡалаһы һәм Карелия, Крым республикалары 2022 йылда индерелергә тейеш булһа ла, "0.2 Төбәк экспорт стандарты" инструменттарының 50 процентын ҡулланғандар. Был - экспорт эшмәкәрлеге өлкәһендәге дәүләт сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыуға яуаплы ҡарау өлгөһө, – тип уртаҡлашты Вероника Никишина.
Башҡортостандан сарала республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов, тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм инвестиция эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева, республиканың Экспортҡа ярҙам үҙәге директоры Илдус Хәлитов ҡатнашты.
– 2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында лидерҙар исемлегенә индек, "2.0 Төбәк экспорт стандарты"ның 15 инструментының 14-ен ҡулландыҡ. Был 92,6 процентҡа тиң. "2.0 Төбәк экспорт стандарты" ярҙамында комплекслы сараларҙы нығыттыҡ, уларҙы ҡулланып, компанияларҙың экспорт эшмәкәрлеген ҡеүәтләндерҙек, шулай уҡ экспортҡа ярҙамдың һөҙөмтәле инфраструктураһын булдырҙыҡ. Төбәк үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, документта экспортҡа уңайлы шарттар булдырыуға унификациялы ҡараш һалыныуы мөһим. Был Рәсәй Федерацияһы субъекттарында экспортҡа ярҙам системаһын комплекслы үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк, – тип билдәләне Рөстәм Моратов.
"2.0 Төбәк экспорт стандарты"н индереү тәжрибәһе менән Алтай крайы, Хабаровск крайы һәм Свердловск өлкәһе вәкилдәре уртаҡлашты.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарыны ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектында (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) һәм уның составына ингән “Халыҡ-ара кооперацияны һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары” федераль проектында ҡуйылған бурыстарҙы үтәү маҡсатында, экспорт күләмен арттырыуға йәнәлтелгән саралар, маҡсатлы күрһәткестәр һәм һөҙөмтәләр ҡаралған. "2.0 Төбәк экспорт стандарты"н индереү Рәсәй субъекттарында экспортты үҫтереү буйынса федераль проекттың мөһим сараларының береһе булып тора.
Фото: pravitelstvorb.ru
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан