Милли проекттар
28 Января 2022, 07:30

Ирекмәндәр ярҙамға ашыға

26 ғинуарҙан улар шулай уҡ үҙәк район дауаханаһында ла эшләй башланы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ирекмәндәр ярҙамға ашығаИрекмәндәр ярҙамға ашыға
Ирекмәндәр ярҙамға ашыға

Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, районда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Социаль әүҙемлек” федераль проекты нигеҙендә “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәр штабы ағзалары мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам итә. Ундайҙар иҫәбенә инвалидтар, өлкән йәштәгеләр, бәләкәй балалары булған граждандар инә.

Ирекмәндәр уларға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар килтерә, поликлиникаға ковидҡа ҡаршы вакцина яһатырға алып бара.

“Коронавирус таралыуы шарттарында халыҡтың бындай категорияларына ярҙам күрһәтеү бик мөһим. 26 ғинуарҙан ирекмәндәр шулай уҡ Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһына ла булышлыҡ итә башланы”, – тине Дүртөйлө районы хакимиәтенең йәштәр менән эшләү һәм физик культураны, спортты, туризмды үҫтереү бүлегенең баш белгесе Ринә Мосабирова.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/212504

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Лилия Давлетбакова