

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение”) “Һаулыҡ һаҡлауҙың түбәнге звеноһын яңыртыу” программаһы нигеҙендә Мәләүез дауаханаһының педиатрия корпусы ҡыйығына капиталь ремонт тамамланды.
Эш барышында ҡыйыҡ керамзит бетон һәм ике ҡатлы минераль мамыҡ плитәләр, унифлекс менән йылытылды. Шулай уҡ дауахананың балалар бүлеге ҡыйығы ла төҙөкләндерелде.
Рәсәй Федерацияһы субъекттарында 2021 йылдың 1 ғинуарынан һаулыҡ һаҡлауҙың түбәнге звеноһын яңыртыу программаһы тормошҡа ашырыла башлағайны. Уға ярашлы медицина объекттарын өҫтәмә сафҡа индереү, халыҡты сифатлы медицина ярҙамы менән тәьмин итеү өсөн заманса медицина ҡорамалдары, шулай уҡ яңы транспорт саралары һатып алыу планлаштырыла.
Был программа буйынса былтыр Башҡортостанда 73 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылған, һигеҙ капиталь ФАП төҙөлгән. Шулай уҡ 22 медицина ойошмаһына капиталь ремонт яһалған.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: health.bashkortostan.ru/presscenter/news/426471/
Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)