Милли проекттар
28 Ғинуар 2022, 09:45

Мәшғүллек хеҙмәте “Рәсәй эше” платформаһына күсә

Берҙәм һанлы платформаны ҡулланыу мәшғүллек өлкәһендә хеҙмәтләндереүҙең кимәлен күтәрәсәк.

Мәшғүллек хеҙмәте “Рәсәй эше” платформаһына күсәМәшғүллек хеҙмәте “Рәсәй эше” платформаһына күсә
Мәшғүллек хеҙмәте “Рәсәй эше” платформаһына күсә

БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников хәбәр итеүенсә, берҙәм һанлы платформаны ҡулланыу мәшғүллек өлкәһендә хеҙмәтләндереүҙең кимәлен күтәрәсәк.

Әлеге ваҡытта “Рәсәй эше” порталында 1,5 миллион вакансия тәҡдим ителә, шуларҙың 32 меңе - беҙҙең республиканан. Бынан тыш, Башҡортостанда йәшәүселәр платформала алты мең резюме ҡалдырған.

Порталда төрлө критерийҙар буйынса вакансиялар һәм резюме һайлауҙа уңайлы механизм булдырылған. Бында текстар яҙырға, баһаларҙы ҡарарға, әңгәмәгә саҡырырға мөмкин.

Көн һайын порталда 30 мең яңы вакансия урынлаштырыла. Ресурс аша кәрәкле эш урыны эҙләүҙә ярҙам алыу өсөн ғариза яҙырға, һөнәр буйынса тест үтергә, белем алыу өсөн заявка бирергә лә була.

Мәшғүллек хеҙмәттәренең эшен камиллаштырыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Уның төп маҡсаты – йәш әсәләргә, уҡыу йорттарын тамамлаусыларға, пенсия алды йәшендәгеләргә һәм башҡаларға хеҙмәт урыны менән тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәтеү.

Фото:яндекс

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Римма Султанова
Читайте нас