Милли проекттар
29 Ғинуар 2022, 04:00

31 ғинуарға тиклем өлгөрөгөҙ!

Биш төп номинацияла еңгән проекттар үҫеше өсөн 300-әр мең һум күләмендә грант аласаҡ, гран-при 1 миллион һум тәшкил итәсәк.

31 ғинуарға тиклем өлгөрөгөҙ!31 ғинуарға тиклем өлгөрөгөҙ!
31 ғинуарға тиклем өлгөрөгөҙ!

Башҡортостан Бөтә Рәсәй конкурсына спорт проекттарын тәҡдим итте. Әле лә ғаризаны тапшырыу өсөн һуң түгел: ваҡыт 31 ғинуарға тиклем оҙайтылған.

Был ҡарар конкурсҡа ҡыҙыҡһыныуҙың күп булыуы һөҙөмтәһендә ҡабул ителгән: ғинуар уртаһына тиклем илдең 75 төбәгенән 5,6 мең ҡатнашыусы теркәлгән. Ғариза тапшырыу ваҡытын оҙайтыу уны яҙып өлгөрмәгәндәргә быны атҡарыу мөмкинлеген бирә.

Республикабыҙҙан “Башҡортостандың спорт ғорурлығы: виртуаль энциклопедия”, “Башҡорт ауылдарында хоккей”, “Ҡыйғы районында пляж волейболы үҙәген төҙөү” кеүек проекттар тәҡдим ителгән.

Проекттарҙың аныҡ һаны ғаризаларҙы ҡабул итеп бөткәс асыҡланасаҡ. Иң яҡшы проекттар авторҙары грант аласаҡ һәм Спорт министрлығының эксперт клубына инәсәк.

Биш төп номинацияла еңгән проекттар үҫеше өсөн 300-әр мең һум күләмендә грант аласаҡ, гран-при 1 миллион һум тәшкил итәсәк. Бынан тыш, иң яҡшы 250 проект авторы мәғариф акселераторынан файҙалана аласаҡ.

Әйткәндәй, был конкурс “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты (федеральный проект “Спорт – норма жизни”) сиктәрендә үткәрелә. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған милли проект физик культура һәм спорт менән шөғөлләнергә теләгән кешеләр һанын арттырыуға, барыһының да спорт күнекмәләре менән шөғөлләнә алыуына, спорт инфраструктураһын камиллаштырыуға йүнәлтелгән.

Фото: art.nastena.su

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас