Милли проекттар
29 Ғинуар 2022, 10:00

"Атайымды йылан саҡҡайны..."

Ҡариҙел районы ҡыҙы Севил Рәхимова ҡот осҡос ваҡиғаны әле лә яҡшы хәтерләй.

"Атайымды йылан саҡҡайны...""Атайымды йылан саҡҡайны..."
"Атайымды йылан саҡҡайны..."

Йәш белгес, ашығыс медицина ярҙамы фельдшеры Севил Рәхимова бына ярты йыл Иглин үҙәк район дауаханаһында эшләй. Ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылған “Ауыл докторы” программаһында ҡатнаша. 

Ҡариҙел районында тыуып үҫкән ҡыҙ Бөрө медик-фармацевтика колледжын тамамлаған. Медицинаны һайлауының да сәбәбе бар.

– Миңә ун йәштәр тирәһендә атайымды йылан саҡҡанын хәтерләйем. Беҙ ашығыс ярҙамға шылтыраттыҡ, тик ул йөҙ километр алыҫлыҡта ине. Ауыл фельдшеры өйҙә булмай сыҡты.  Атайымдың тын ала алмай быуылыуы, шешенеүе, күгәрә башлауы, һорауҙарға яуап бирә алмауы ҡотто осорҙо. Ауыл халҡы ярты сәғәт эсендә беҙҙең бәләгә тарыуыбыҙҙы белде. Бәхетебеҙгә күрә,  Өфөнән ата-әсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан фельдшер ҡыҙ йүгереп килеп етте. Тәүге ярҙамды күрһәткәндән һуң, атайҙың хәле еңеләйҙе. Бер сәғәттән "Ашығыс ярҙам" машинаһы килде һәм атайыбыҙҙы Бөрө дауаханаһына алып китте. Аҙаҡ реанимация табиптары “фельдшер ҡыҙ ярҙам итмәгәндә, һеҙҙе ҡотҡарып булмаҫ ине,” тигән. Ошо ваҡиғанан һуң медицинала эшләргә ҡарар иттем, – ти Севил.

Хеҙмәт юлын Өфөлә башлаһа ла, ул ауылға тартыла, шуға күрә “Ауыл  табибы” программаһында ҡатнашырға ҡарар итә һәм йәшәү өсөн Иглин районын һайлай. Ул һөйгәне менән дәүләт программаһы буйынса бүленгән аҡсаға йорт төҙөргә уйлай. Аҡсалата компенсация 500 мең һум тәшкил итә. 

Өлкән фельдшер Фаил Йыһангиров ҡыҙҙың эшенән ҡәнәғәт, ”Севил хеҙмәттәштәренән өйрәнергә, уларҙың кәңәштәрен тоторға тырыша,” ти ул. “Район биләмәһе ҙур, ике-өс бригадаға ярҙамға мохтаждарға барып етеү өсөн ваҡыт кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр ҡулы йәки арҡаһы ауыртһа ла ашығыс ярҙам саҡыра, шул арҡала экстрен ярҙам кәрәккән кешегә барып етә алмауыбыҙ бар,” - тип борсола йәш белгес.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡҡа.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: С. Рәхимованың "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһенән.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас