

Республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указында билдәләнгән "Экология" милли проекты (национальный проект “Экология”) комплекслы тормошҡа ашырыла.
"Экодолье" йәмғиәте “Күмертау” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең (ТОСЭР) 33-сө резиденты иҫәбенә инде. Компания Күмертау күмер уйымы күлендә экопарк һәм глэмпинг йүнәлешендәге туристик экологик парк төҙөргә ниәт итә.
“Экопарк һәм глэмпинг йүнәлештәрен үҙ эсенә алған туристик комплексты ойоштороу инвестициялар йәлеп итергә, Кумертау ҡалаһы биләмәһендә яңы предприятие булдырырға һәм туристик хеҙмәтләндереүҙең сифатын күтәреүгә булышлыҡ итәсәк. Инвестор 75 миллион һумдан ашыу аҡса тотонорға әҙер”, - ти БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Екатерина Кликунова.
Инвестиция проекты 2021-2027 йылдарҙа тормошҡа ашырыласаҡ, уның сиктәрендә ун яңы эш урыны булдырыласаҡ тип күҙаллана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканың Күмертау, Благовещен, Нефтекама, Белорет һәм Бәләбәй ҡалаларында йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре эшләй.
Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары предприятиелары өсөн табышҡа һалым буйынса льготалар ғәмәлдә. Федераль өлөш тулыһынса бөтөрөлә, республика өлөшө тәүге биш йылда — 5%, артабанғы биш йылда 10% була. Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға һалымды ҡулланғанда түбән коэффициент ғәмәлдә. Шулай уҡ йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе булдырылғандан алып тәүге өс йылда ошондай статус алған резиденттар өсөн страховка иғәнәләре буйынса тарифтар ҙа кәметелде (30%-тан алып 7,6%-ҡа тиклем). Төбәк кимәлендә йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары — милек, ә муниципаль кимәлдә ер һалымынан азат ителде.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан