Милли проекттар
29 Ғинуар 2022, 04:30

Пенсионерҙарҙың ҡартайғыһы килмәй

Ул 45 кешегә иҫәпләнһә лә, теләүселәр йөҙҙән аша.

Пенсионерҙарҙың ҡартайғыһы килмәйПенсионерҙарҙың ҡартайғыһы килмәй
Пенсионерҙарҙың ҡартайғыһы килмәй

Өлкәндәрҙең һалмаҡ ҡына барған тормошон нисек төрләндерергә, яҡты биҙәктәр өҫтәргә, кәйефтәрен күтәрергә? Йәштәрҙең үҙ тормошо, ҡарттарға тейешле иғтибар бирә алмауҙары ла ихтимал. Етмәһә, йәшәү ритмының шәбәйеүе, мут кешеләрҙең ҡарттарҙы “ҡармаҡтарына” эләктерергә генә тороуы, коронавирус хәүефе – барыһы ла кире йоғонто яһай. 

“Сикләүҙәрһеҙ изгелек” тип аталған халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге өлкәндәр тормошон бына нисек йәнләндерергә булған. 2018 йылда Президент гранттары фонды электрон платформа булдырғандан һуң, үҙәк хеҙмәткәрҙәре көстәрен һынамаҡсы, “Хәүефһеҙ ҡартлыҡ – оҙайлы йылдарға шатлыҡ” проектын тәҡдим итмәксе була.

Уйламағанда, улар грант ота! Өлкән кешенең тормошта  хәүефһеҙлегенә ҡағылған дәрестәр үткәрелә,  дарыуҙарҙы нисек дөрөҫ файҙаланырға, мут әҙәмдәрҙән нисек ҡотолорға, янғындан нисек һаҡланырға - бөткәнме ни ололарҙы һағалаған хәүефтәр! Хатта психология кеүек бик нескә өлкәлә аңлатыу эше алып барырлыҡ белгестәр табыла.

Пенсионерға  бөгөн нимә мөһим? Яуапты тиҙ уйлап табалар: “Хәрәкәт+ аралашыу” тип атала икенсе проект. Ул 45 кешегә иҫәпләнһә лә, теләүселәр йөҙҙән аша. Үҙәк етәксеһе Светлана Камалетдинова бер кемде лә кире бороп ҡайтармай, әлбиттә, улар өсөн скандинавса йөрөү, фитнес, йөҙөү буйынса күнекмәләр ойошторола.

Өсөнсө проект та ҡыҙыҡлы – “Туҡта, ҡартлыҡ!” тип атала. Физкультура, ҡул эштәре менән шөғөлләнеү ололарҙың күңеленә ята. Аҙаҡ улар  республиканың иҫтәлекле урындары буйлап сәйәхәттәргә сыға башлай.

Былтыр улар ”Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек” йылында тағы бер проектты уңышлы яҡланы. Быныһы инде – дүртенсе еңеү! Унда ҡатнашыусылар аҙнаһына ике тапҡыр бейеү залында һәм бер тапҡыр бассейнда осраша.

Светлана Камалетдинова йәнә уйланыу, эҙләнеү өҫтөндә. Гранттар алыуға ваҡыт етеп килә, өлкәндәр өсөн ябай булмаған осорҙа тағы ниндәй саралар менән уларҙың тормошон йәнләндерергә?

“Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”)  “Өлкән быуын” федераль  проектына ярашлы, ололарҙың  тормош сифатын яҡшыртыу , социаль яҡлау буйынса ҙур бурыстар тора. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указына ярашлы, милли проектты тормошҡа ашырыу барышында  өлкәндәрҙең медицина хеҙмәтләндереүенән файҙаланыу мөмкинлеген  һәм  тормош сифатын яҡшыртыу ҡаралған.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас