

Хәйбулла районындағы “Бөркөт” кинозалы халыҡта популярлыҡ яулай бара. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был проектты тормошҡа ашырыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) сиктәрендә тормошҡа ашырылған “Кино фонды” программаһы ярҙамында мөмкин булды.
Былтыр декабрҙә яңы кинозалда бер мең кеше фильм ҡараған. Шулай итеп, тамашасылар Рәсәй кино прокатындағы барлыҡ фильмдарҙы ҡарау мөмкинлегенә эйә. Көнөнә бында, ғәҙәттә, ете сеанс була. Нигеҙҙә, 15 – 25 йәштәге йәштәр килә.
Әйткәндәй, бишенсе йыл Башҡортостанда “Тыуған яҡ мәҙәниәте” федераль проекты тормошҡа ашырыла. Ул мәҙәниәт ойошмалары эше сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән.
Йыш ҡына ауыл һәм район үҙәктәрендә клубтар берҙән-бер мәҙәниәт ойошмалары булып тора. Бер үк ваҡытта улар музейҙар, театрҙар, халыҡ ижады үҫеше өсөн майҙансыҡтарға әйләнгән. Әммә күп кенә ауыл клубтары, бәләкәй ҡалаларҙағы театрҙар ремонтҡа һәм матди-техник базаны яңыртыуға мохтаж.
Әйткәндәй, Өфөлә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры реконструкцияға ябыла. Әлегә ойоштороу эштәре бара. Республиканың Мәҙәниәт министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, бинала 1976 йылдан алып капиталь ремонт эштәре атҡарылмаған. Яңыртыу “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә мөмкин буласаҡ.
- Булған бинаны яңыртыу ғына түгел, уның эргә-тирәһендәге биләмәне лә төҙөкләндереү, театрға терәлеп торған төкәтмә күтәреү планлаштырыла. Проект бинаның көньяғындағы конструкцияларҙы, Октябрь проспекты яғынан төп фасад буйынсағы төҙөлгән стеналарҙы алыуҙы күҙаллай, - тип белдергәндәр ведомствола.
Әйткәндәй, был театр Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыуға 450 тулыуҙы билдәләүгә әҙерлек сиктәрендә төҙөкләндереләсәк объекттар исемлегенә индерелгән.
Фото: strategy24.ru
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан