

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Социаль әүҙемлек” федераль проекты нигеҙендә Баймаҡ районының йәштәр эштәре буйынса комитеты янында “Изгелек биләмәһе” эшләп килә.
Әлеге ваҡытта был үҙәктә 195 ирекмән иҫәпләнә. Улар төрлө район һәм республика кимәлендәге сараларҙа ҡатнаша, йәштәр өсөн мөһим саралар һәм акциялар үткәрә, экологик өмәләр ойоштора, ярҙамға мохтаж булған ололарға һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең йорт-ҡура тирәһендәге эштәрен эшләй, төрлө проекттар яҙа.
Баймаҡ районы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты директоры, "Изгелек биләмәһе" етәксеһе Заһит Ғүмәров белдереүнсә, ирекмәндәр һаны районда көндән-көн арта. Планда районыбыҙҙың һәр бер ауылында ирекмәндәр ойошмаһы булдырыу. Был эш әлеге ваҡытта әүҙем алып барыла.
Ошо көндәрҙә районда йәнә бер ауылында ирекмәндәр ойошмаһы төҙөлгән. Икенсе Этҡол мәктәбе базаһында ирекмәндәр үҙәге эш башланы.
-Мәктәптә уҡыусылар советы тәүге йыл ғына әүҙем эшләмәй, бында патриотик штаб, төрлө йүнәлештәге ойошмалар маҡсатлы эш алып бара. Һәр уҡыусы үҙенең ҡыҙыҡһындырған йүнәлеште һайлай, уҡыу һәм тәрбиә процесы белем усағында яңыса алып барыла. Әлбиттә был башланғыстың барыһында ла мәктәп директоры Гөлйемеш Ишмырҙинаның өлөшө ҙур. Миңә хатта үҙемә яңынан парта артына ултырғым килде, - тине Заһит Ғүмәров.
Сығанаҡ һәм фото: "Баймакский вестник" сайты.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан