Милли проекттар
30 Ғинуар 2022, 10:15

Эльмира Аҡмалованан - "Никах студияһы"

"Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә Яңауыл эшҡыуары ҡыҙыҡлы проект менән сығыш яһаны

Эльмира Аҡмалованан - "Никах студияһы"Эльмира Аҡмалованан - "Никах студияһы"
Эльмира Аҡмалованан - "Никах студияһы"

Ил Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә ҙур иғтибар бүленә. Хакимиәттәрҙә аҙна һайын “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү – быға аныҡ дәлил.

Эшҡыуарлыҡ буйынса координация советының "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" форматындағы ултырыштары районда эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә, шулай уҡ "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм индивидуаль эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам итеү" милли проекты сиктәрендә күрһәткестәрҙе үтәүгә йүнәлтелгән.

Яңауыл район хакимиәтендә үткән сираттағы "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" ндә ҡатнашыусыларға үҙ проектын Эльмира Аҡмалова тәҡдим итте. "Никах студияһы" тип аталған яңы проекттың төп маҡсаты - ҡала һәм район халҡына сифатлы мосолман атрибуттары менән кейемдәр тәҡдим итеү, никах тантаналарына әҙерләүгә юғары кимәлдә ярҙам күрһәтеү. Проектта шулай уҡ белгестәрҙең йорттарға йөрөү хеҙмәте лә инә.

Эльмира Данил ҡыҙы менән аралашыу онлайн-форматта үткән. Проект авторы проблемалы мәсьәләләрҙе күтәреп, студияны асыуҙа бина табышыуҙа һәм финанс ярҙамы кәрәклеген аңлатты һәм бар яҡлап ярҙам итеүҙәрен һораны.

"Никах студияһы" үҙ эсенә барыһын да ала: никах йолаһын атҡарыу өсөн ир-егеттәргә, ҡатын-ҡыҙҙарға кейем тегеү, алып барыусы табыуҙа ярҙам күрһәтеү, фото һәм видео төшөрөүҙә, меню һайлауҙа һәм башҡа никах үткәреүҙәге барлыҡ һорауҙар буйынса ла ярҙам күрһәтергә әҙер", - тип эшҡыуарҙың тәҡдимен яҡлап сыҡты Яңауыл районы хакимиәте вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Салауат Ғилмиев.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проекты сиктәрендә атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.

 

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Фото: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/213216

Автор:Карима Усманова
Читайте нас