

2021 йылда Башҡортостанда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының үҫеү тенденцияһы күҙәтелгән. 2022 йылдың башына уларҙың һаны 126,9 меңгә еткән, былтыр ошо ваҡытта 122,2 мең булған.
“Беҙҙең төп бурыс – төбәктә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары үҫешенең ыңғай динамикаһын һаҡлау. Республика халҡына үҙ эшен алып барыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу зарур. Бында дәүләт ярҙамы ҙур роль уйнай. Муниципалитеттар кимәлендә бизнес-шерифтар һөҙөмтәле эшләй. Улар эшҡыуарҙарҙың проекттарын тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итә”, - ти БР Эшҡыурлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.
Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә хеҙмәт итеүселәр һаны ла үҫә. Әгәр ҙә 2019 йылда был өлкәлә 410 мең хеҙмәткәр иҫәпләнһә, 2021 йылда уларҙың һаны 460 меңгә еткән.
Был күрһәткес, тәү сиратта, үҙмәшғүлдәрҙең теркәлеүе менән бәйле. 2021 йылдың аҙағына Башҡортостанда 77 мең үҙмәшғүл иҫәпләнә, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 2,7 тапҡырға күберәк.
Республикала 340 субъект социаль йүнәлешле предприятиеларҙың берҙәм реестрына индерелгән. 2021 йылда социаль эшҡыуарҙар һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында икенсе урында иҫәпләнә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект «Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы») нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан