Милли проекттар
31 Ғинуар 2022, 07:00

Бөгөн – конкурс эштәрен ҡабул итеүҙең һуңғы көнө

“Игебай уҡыуҙары” төбәк-ара ғилми-педагогик конференцияһында ҡатнашырға саҡыралар. 

Бөгөн – конкурс эштәрен ҡабул итеүҙең һуңғы көнөБөгөн – конкурс эштәрен ҡабул итеүҙең һуңғы көнө
Бөгөн – конкурс эштәрен ҡабул итеүҙең һуңғы көнө

“Игебай уҡыуҙары” төбәк-ара ғилми-педагогик конференцияһы уҡыусыларҙың ижади потенциалын асыҡлау, уларҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың ижади мираҫына ылыҡтырыу, шулай уҡ һәләтле, ижади уҡытыусыларҙы асыҡлау, мәғариф өлкәһендә алдынғы идеяларҙы пропагандалау һәм ыңғай педагогик тәжрибәне таратыу маҡсатында үткәрелә. Сараны ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты, Баймаҡ районы хакимиәте, Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге, Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы хакимиәтенең “Башҡорттар ҡоролтайы” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы.

Уҡыусылар тәҡдим ителгән өс номинацияның береһенә эш тәҡдим итә ала:

- үҙең яҙған шиғырҙар һәм хикәйәләр;

- буктрейлер - А. Игебаев китабының ҡыҫҡа ролик-рекламаһы;

- А.Игебаевтың тормошон һәм ижадын өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү проекты.

Уҡытыусылар Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың тормошон һәм ижади мираҫын өйрәнеү буйынса дәрестәр һәм кластан тыш саралар тәҡдим итә.

“Игебай уҡыуҙары” төбәк-ара ғилми-педагогик конференцияһына 2022 йылдың 21 февралендә онлайн форматта йомғаҡ яһаласаҡ. Конференция еңеүселәре һәм призерҙары БР Мәғариф һәм фән министрлығының дипломы менән наградланасаҡ.

Тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының сайтынан белергә мөмкин. Әйткәндәй, бөгөн - конкурс эштәрен ҡабул итеүҙең һуңғы көнө. 

Уҡыусыларҙа туған телгә һөйөү, илһөйәрлек тәрбиәләгән ошоноң ише конкурстар ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ҡуйған бурыстарҙы ла хәл итеүгә лә өлөш индерә.

Фото: roobaimak.ucoz.ru

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас