Милли проекттар
31 Ғинуар 2022, 06:45

Яңы йылға – яңы фатир

Әле районда 200-ҙән ашыу кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта тора.

Яңы йылға – яңы фатирЯңы йылға – яңы фатир
Яңы йылға – яңы фатир

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, районда яңы торлаҡты күптән көткәндәр өсөн Яңы йыл күңелле ваҡиғанан башланды. Был ғаиләләр элегерәк йәшәгән күп фатирлы йорттар (барактар) авария хәлендә тип танылғайны. Әле иһә уларға элекке торлаҡ майҙанына тиң квадратуралы яңы фатир асҡыстары тапшырылды. Һүҙ Ҡырмыҫҡалы ауылының Яңы урамындағы 24-се йортта йәшәгәндәр тураһында бара.

Ауылдың Рафиҡов урамындағы 22 фатирлыҡ йортто республиканың Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды һалған. Тап ошонда граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһына һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына (национальный проект “Жилье и городская среда”) ярашлы, һигеҙ ғаиләгә фатир бирелде.

Мәғлүм булыуынса, әле районда 2017 йылдан һуң авария хәлендә тип танылған 31 йорттан (барактан) 200-ҙән ашыу кеше яңы фатир алыуға сиратта тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғәмәлдәге программа ошо датаға тиклемге осорҙо ғына үҙ эсенә ала. Ҡалған граждандар киләсәктә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеген биргән яңы программа ҡабул итеүҙе көтә.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/213211

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас