

Башҡортостандың күп функциялы үҙәктәрендә республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре тарафынан социаль ярҙам сараларын күрһәтеү буйынса консультациялар ойоштороласаҡ.
Ошо хаҡтағы килешеү Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм республика Күп функциялы үҙәге араһында төҙөлгән. Шулай итеп, Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге белгестәре халыҡтың борсоған һорауҙарына яуап бирәсәк. Социаль ярҙам саралары, уларҙы рәсмиләштереү ысулдары, бының өсөн кәрәкле документтар, иҫәпләүҙәр күләме һәм башҡалар хаҡында айҙың беренсе шаршамбыһында график буйынса бушлай белергә мөмкин.
Проектҡа республикалағы 18 муниципаль берәмектең 19 күп функциялы үҙәге йәлеп ителәсәк. Сараның ваҡыты һәм адресы күп функциялы үҙәк һәм министрлыҡтың рәсми сайтында, шулай уҡ ойошмаларҙың социаль селтәрҙәге сәхифәһендә күрһәтеләсәк.
- Был белгестәрҙең консультацияһы кеүек яңылыҡ кешеләргә социаль ярҙам сараларын биреү тәртибен белергә, социаль көсөргәнеште бөтөрөргә булышлыҡ итәсәк. Сөнки ҡайһы бер осраҡта граждандар ярҙам һорап ҡайҙа барырға, кемгә мөрәжәғәт итергә белмәй. Хәҙер ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптарҙы “тере сират” рәүешендә күп функциялы үҙәктә белешергә мөмкин, - тип хәбәр итте республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Беренсе консультация иртәгә 14-тән 17 сәғәткә тиклем түбәндәге адрестар буйынса урынлашҡан күп функциялы үҙәктәрҙә ойоштороласаҡ:
— Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 205 А йорто;
— Өфө ҡалаһы, Дағстан урамы, 2-се йорт;
— Бәләбәй, Революционерҙар урамы, 3-сө йорт;
— Белорет ҡалаһы, 5 Июль урамы, 3-сө йорт;
— Бөрө ҡалаһы, Корочкин урамы, 4-се йорт;
— Мишкә ауылы, Ленин урамы, 108-се йорт;
— Мәсәғүт ауылы, И. Усов урамы, 3-сө йорт;
— Дүртөйлө ҡалаһы, Рәзил Мусин урамы, 15-се йорт;
— Үрке Йәркәй ауылы, Пушкин урамы, 17/1-се йорт;
— Баҡалы ауылы, Күпер урамы, 6-сы йорт;
— Кушнаренко ауылы, Баҡса урамы, 19-сы йорт;
— Саҡмағош ауылы, Ленин урамы, 68-се йорт;
— Мәләүез ҡалаһы, Смоленск урамы, 108-се йорт;
— Нефтекама ҡалаһы, Төҙөүселәр урамы, 59-сы йорт;
— Салауат ҡалаһы, Ленин урамы, 11-се йорт;
— Сибай ҡалаһы, Горький урамы, 74 К йорто;
— Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Хоҙайбирҙин урамы, 83-сө йорт;
— Октябрьский ҡалаһы, Кортунов урамы, 15-се йорт;
— Иглин ауылы, Горький урамы, 6-сы йорт.
Инвалидтар эшләгән ойошмалар етәкселәре булған эшҡыуарҙар ҙа консультация алыу хоҡуғына эйә. Был саралар иһә Рәсәй Президениты Владимир Путиндың “май” указына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото: gov.cap.ru
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан