

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы” төбәк проекты нигеҙендә республикала ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперацияһына 332 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы күрһәтеү күҙаллана.
– Ауыл хужалығы кооперацияһы республикала аҙыҡ-түлек етештереү күләмдәрен арттырыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Был йүнәлеш дәүләт ярҙамына бик мохтаж. Республикала дәүләт ярҙамы сараларын оҫта файҙаланған һәм уңышлы үҫешкән ауыл хужалығы кооперативтары байтаҡ.
Был йәһәттән Асҡын районынан “Төлгөҙ” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативының уңышын айырып билдәләргә мөмкин. Кооперативтың ойоштороусыһы һәм рәйесе Илнур Ғилемшин әйтеүенсә, ул хәләл ефете менән Төлгөҙбашҡа Өфөнән күсеп ҡайтҡан. Ул осорҙа ғаиләнең бер йөк машинаһы ғына булған.
– Беҙ берәү ҙә биләп өлгөрмәгән буш урынды эҙләнек һәм таптыҡ – халыҡтан һөт йыйырға булдыҡ. Район хакимиәте һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары менән һөйләштек, улар беҙҙе хупланы, – ти Илнур Ғилемшин. – Тәүге йылда көнөнә 300-350 литр һөт йыйһаҡ, әле иһә был күрһәткес өс-дүрт тоннаға, ә йәй хатта дүрт-биш тоннаға ла етә.
Кооператорҙарҙың хәҙер һөт эшкәртеү һәм һөт ризыҡтары етештереү буйынса цехы ла бар. Илнур Ғилемшин хужалыҡты үҫтереүҙә дәүләт ярҙамының ҙур әһәмиәтен билдәләй. 2018 йылда улар өс миллион һумлыҡ грант ярҙамында кооператив ойошторған. Ә 2020 йылда тағы ла ҙурыраҡ грант – 16, 7 миллион һумдан ашыу аҡса алған. Уны йүнселдәр кооперативтың матди-техник базаһын нығытыуға йүнәлткән.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: agriculture.bashkortostan.ru/presscenter/news/427224/
Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)