

2021 йылда милли проекттарҙы (национальные проекты) телгә алыу буйынса Рәсәй төбәктәре араһында Башҡортостан медиарейтингта бишенсе урында. Рейтинг «Медиалогия» компанияһы тарафынан әҙерләнгән.
Медиарейтинг «Медиалогия» системаһының Рәсәй киң мәғлүмәт саралары нигеҙендә төҙөлгән. Ул үҙенә 73 мең сығанаҡты индерә: ТВ, радио, гәзиттәр, журналдар, мәғлүмәт агентлыҡтары, интернет киң мәғлүмәт саралары.
Медиарейтингтың тәүге баҫҡысында – Һамар, икенселә – Краснодар, өсөнсөлә – Мәскәү өлкәләре. Приморье крайы дүртенсе урынды биләй, бишенселә – Башҡортостан Республикаһы.
Киң мәғлүмәт сараларында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарын билдәләү буйынса топ-10 исемлегендә шулай уҡ Түбәнге Новгород, Новосибирск өлкәләре, Санкт-Петербург, Татарстан һәм Красноярск крайы ла бар.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан