Милли проекттар
2 Февраль 2022, 07:10

“Бурсервис”та хеҙмәт етештереүсәнлеген арттыралар

Хәҙер был милли проектта республиканан 127 предприятие ҡатнаша.

“Бурсервис”та хеҙмәт етештереүсәнлеген арттыралар“Бурсервис”та хеҙмәт етештереүсәнлеген арттыралар
“Бурсервис”та хеҙмәт етештереүсәнлеген арттыралар

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Бурсервис” фәнни-етештереү предприятиеһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Повышение производительности труда и содействие занятости”) ҡушылды. Хәҙер был милли проектта республиканан 127 предприятие ҡатнаша. Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов ошо турала һөйләне.

– Предприятиела һаҡсыл етештереү алымдарын ғәмәлгә индереү продукцияның үҙҡиммәтен кәметергә, предприятиеның конкурентлыҡ ҡеүәһен арттырырға һәм хеҙмәткәрҙәрҙең белемен камиллаштырырға булышлыҡ итәсәк. Милли проектта ҡатнашыу компанияларға үҙ эшенә эксперт күҙлегенән ҡарау, юғалтыуҙарҙы бөтөрөү, эште ҡулайлаштырыу, яңы баҙарҙарға сығыу мөмкинлеген бирәсәк. Республиканың Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар үҙәге эксперттары предприятиеларҙа етештереү барышын тикшерә, етешһеҙлектәрҙе асыҡлай һәм уларҙы яйға һалырға ярҙам итә, – тине Айрат Фәхретдинов.

Мәғлүм булыуынса, “Бурсервис” фәнни-етештереү предприятиеһы 2005 йылда асылған. Ул Рәсәйҙә нефть һәм газ скважиналарын быраулау һәм уларҙы капиталь йүнәтеү өсөн ҡорамалдар һәм инструменттар етештергән төп предприятиеларҙың береһен тәшкил итә.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: economy.bashkortostan.ru/presscenter/news/427514/

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас