

Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу дауам итә. Уларҙың ҡайһы берҙәре, миҙгел үҙәнесәлектәренә ярашлы, тиҙлеген кәметә төшһә (мәҫәлән, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары”, “Торлаҡ”), күпселеге йыл башынан уҡ юғары әүҙемлектә дауам итте.
Улар араһында тәү сиратта иғтибарҙы йәлеп иткәне – "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проекты (национальный проект “Производительность труда”). Унда ҡатнашыусы предприятиелар етештереүҙе яңыртыуға һәм киңәйтеүгә субсидия ала башлауы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Түләү биреү тәртибе тураһындағы ҡарар Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тарафынан раҫланды.
Субсидия биреүҙең маҡсаты – предприятиеларға ҡорамалдар һатып алыу, производствоны яңыртыу һәм киңәйтеүгә бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн ҡайтарыу. Был предприятиеларға оҙатылған продукция күләмен арттырырға ярҙам итер тип күҙаллана. “Субсидия күләме дөйөм сумманан 30 проценттан ашыу, әммә биш миллион һумдан артмай”, - тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. Был ярҙамды алыу өсөн предприятиеға билдәле талаптарға тап килергә кәрәк, улар араһында "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проектында ҡатнашыу, етештереү системаһының яйланған булыуы, яңы ҡорамалдарҙы һатып алыуға сығымдарҙы раҫлау зарур. Субсидия биреү өсөн кәрәкле күрһәткестәр - эш хаҡы кимәлен һаҡлау, эш урындары булдырыу, субсидиялар алғандан һуң кәмендә өс йыл эшмәкәрлек алып барыу.
"Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылда май указына ярашлы раҫланды һәм 2024 йылға илдә йыл һайын хеҙмәт етештереүсәнлеген биш процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән. Башҡортостан Республикаһында "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проекты сараларын тормошҡа ашырыу буйынса координатор һәм яуаплы башҡарыусы булып республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы сығыш яһай.
Беҙҙең республикала “Фән” милли проекты ла (национальный проект “Наука”) уңышлы тормошҡа ашырыла. Илебеҙ Президенты Владимир Владимирович Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың һәммәһенең дә төп маҡсаты – граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу.
Был йүнәлештә төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, республикабыҙҙа 2024 йылға хәтлем “Компетенцияларҙы үҫтереү үҙәге” Евразия ғилми-белем үҙәгенең эшмәкәрлеген киңәйтеү сиктәрендә эҙмә-эҙлекле эштәр алып барыла. “Фән” өҫтөнлөклө милли проекты нигеҙендә үҙенең профессиональ һәм идара итеү компетенцияһын дүрт меңдән ашыу фәнни тикшеренеүсе 60 тирәһе пограмма буйынса үҫтереү мөмкинлегенә тулыһынса эйә.
“Компетенцияларҙы үҫтереү үҙәге” Евразия ғилми-белем биреү үҙәге етәксеһе, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Ирина Буренинаның һүҙҙәренә ҡарағанда, аспиранттарҙан алып ғилми лаборатория һәм проекттар етәкселәре өсөн уҡыуҙар кәрәк һәм улар ҡаралған, даими белем эстәүҙе заман үҙе талап итә, бындай алдынғы эш алымы ғилми тикшеренеүҙәрҙең һәм фәнни эшләнмәләрҙең дә, асыштарҙың да сифатын яҡшыртыуға туранан-тура булышлыҡ итә.
“Мәғариф” милли проектын (национальный проект "Образование") ғәмәлгә ашырыу өсөн барлығы 17,5 миллиард һум аҡса бүленә. Был сумма 2019 йылдың 1 ғинуарынан 2024 йылдың 31 декабренә тиклем арауыҡҡа йүнәлтелә. "Мәғариф" милли проектына ярашлы, Башҡортостанда 2024 йылға төрлө түңәрәктә һәм секцияла шөғөлләнғән 5 – 18 йәшлек балалар бөтә ошо йәштәгеләрҙең 80 процентын тәшкил итергә тейеш. Республиканың һәр районы уҡыусыларҙа заманса технологик һәм гуманитар белем формалаштырыу өсөн матди-техник базаны яңыртыуға субсидия аласаҡ.
Алты йылдан беҙҙә заманса йыһазлы 55 оҫтахана барлыҡҡа киләсәк. Былтыр республиканың бер нисә колледжы базаһында World Skills стандарттарына тап килтереп эшләнгән оҫтаханалар асылды.
“Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) буйынса ла күп эш башҡарыла, шуларҙың береһе – мобиль бригадаларҙың ауылда йәшәгән өлкән йәштәге кешеләрҙе уңайлы итеп һәм тиҙ генә медицина учреждениеларына тикшереүгә алып барыуы. Мәҫәлән, Ауырғазы районының Яңы Кәлсер ауыл биләмәһенә ҡараған Кәлсербуран һәм Яңы Кәлсер ауылдарынан 65 йәштән өлкәндәрҙе бөгөн ошондай мобиль медицина бригадаһы Талбазы үҙәк район дауаханаһына алып барып ҡайтҡан.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған башҡа милли проекттар ҙа Башҡортостанда уңышлы тормошҡа ашырыла.
Фото: bashinform.ru.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан