Милли проекттар
3 Февраль 2022, 10:30

70 процентҡа етергә тейеш

Был хаҡта Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Физик культура һәм спорт идаралығы рәйесе Егор Сорокин белдергән.

70 процентҡа етергә тейеш70 процентҡа етергә тейеш
70 процентҡа етергә тейеш

2021 йылда Өфөлә физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүселәр һаны 50,7 процентҡа еткән. Шулай итеп, әүҙем һәм сәләмәт тормош алып барыусылар һаны, алдағы йыл менән сағыштырғанда, 54 мең кешегә артҡан. Был мәғлүмәттәр менән Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Физик культура һәм спорт идаралығы рәйесе Егор Сорокин былтырғы һөҙөмтәләр тураһында һүҙ барған кәңәшмәлә таныштырған.

 – Рәсәй Президенты 2030 йылға илдә физик культура һәм спорт менән системалы рәүештә шөғөлләнеүсе граждандар һаны 70 процентҡа етергә тейеш, тип белдерҙе. Беҙ ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшеү өсөн эштең бер нисә өҫтөнлөклө йүнәлешен бүләбеҙ, - тине Егор Сорокин.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы раҫланған “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) сиктәрендә ҡуйылған маҡсаттарға ярашлы, халыҡты һаҡлау, кешеләрҙең һаулығы һәм именлеге, 2030 йылға ғүмер оҙонлоғон 78 йәшкә тиклем арттырыу - өҫтөнлөклө бурыстар.

Фото: proprikol.ru

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас