Милли проекттар
3 Февраль 2022, 12:30

“RU.БАШ.КА”ға саҡыралар

Күргәҙмәлә хәҙерге һанлы технологиялар киңлегендә кешенең тормошо сағылдырыла.

“RU.БАШ.КА”ға саҡыралар“RU.БАШ.КА”ға саҡыралар
“RU.БАШ.КА”ға саҡыралар

Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы, 4 февралдә ҡаланың “ОИКМ” муниципаль бюджет учреждениеһының күргәҙмәләр залында “RU.БАШ.КА/ИКЕНСЕ КИҢЛЕК” заманса сәнғәт күргәҙмәһен асыу тантанаһы була.

Был күргәҙмә проекты Рәсәй рәссамдарының ижади союзының, Рәсәй художество академияһы Волга буйы бүлексәһенең эксперименталь ижади оҫтаханалары нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Проекттың етәксеһе Константин Худяков, кураторы Владимир Сафонов. Хәҙерге һанлы технологиялар киңлегендә кеше тормошо проекттың концепцияһын тәшкил итә.

Күргәҙмә төбәк-ара форматта ойошторола. Унда Башҡортостан һәм Татарстан рәссамдарының живопись, графика, арт-фото, һанлы сәнғәт техникаһында башҡарылған эштәре тупланған.

Әйткәндәй, сара 4 февралдә көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана. Унда инеү бушлай, санитария-эпидемиологик талаптарҙы үтәү шарт.

#ВладимирПутин 

#национальныепроекты#нацпроектың

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/215742

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас