

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2022 йылда Федераль урман хужалығы агентлығы министрлыҡтың ғаризаһы буйынса 25 урман хужалығы биләмәһендәге 4,9 миллион гектар майҙанды биләгән урманды файҙаланыуға дистанцион мониторинг үткәрә. Әйткәндәй, был Башҡортостан Республикаһы урман фонды майҙанының 85 процентын тәшкил итә.
Шул уҡ ваҡытта Балаҡатай, Белорет, Бөрйән, Дыуан, Маҡар, Салауат, Өфө, Учалы, Яңауыл урман хужалыҡтарында арауыҡта өҙлөкһөҙ мониторинг алып барыла.
– Урмандарҙы йыһандан төшөрөү материалдары нигеҙендә ошондай биләмәләрҙең нисек файҙаланылыуын системалы тикшереү Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 260-сы статьяһында ҡаралған енәйәттәрҙе һөҙөмтәле иҫкәртеү, шулай уҡ норматив-хоҡуҡи акттарға ярашлы, күпме ағас ҡырҡылыуын күҙәтеү, үҙгәрештәргә дусар булған урман фондының торошон билдәләү мөмкинлеген бирә, – тине Урман хужалығы министрлығының федераль дәүләт урман һәм янғын күҙәтеү бүлеге начальнигы Юнир Садиҡов.
Мәғлүм булыуынса, 2024 йылға урманды һаҡлау һәм уны тулыландырыу күләмен 100 процентҡа еткереү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектының айырым маҡсатлы төп күрһәткесен тәшкил итә.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: forest.bashkortostan.ru/presscenter/news/427083/