Милли проекттар
4 Февраль 2022, 05:30

3,3 миллиард һум аҡса алдылар

“Был йорттарҙы төҙөп бөтөү мөмкинлеге булмауы менән бәйле...”

3,3 миллиард һум аҡса алдылар3,3 миллиард һум аҡса алдылар
3,3 миллиард һум аҡса алдылар

Башҡортостанда намыҫһыҙ төҙөүселәрҙән зыян күргән граждандарҙың хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса саралар дауам итә. Был мәсьәләләрҙе хәл иткәндә файҙаланылған механизмдарҙың береһе – Биләмәләр үҫеше фонды (быға тиклем – Төҙөлөштә ҡатнашыусы граждандар хоҡуҡтарын яҡлау фонды) тарафынан компенсация түләүҙәренең бирелеүе.

- Биләмәләр үҫеше фонды менән бергә эшләү һөҙөмтәһендә беҙҙең республика алданған өлөшсөләр мәсьәләләрен хәл итеү буйынса һиҙелерлек алға китте. Тамамланмаған төҙөлөш объекттарын тамамлау тураһында ҡабул ителгән ҡарарҙарҙан тыш, 1748 граждан дөйөм суммаһы 3,3 миллиард һум булған аҡсалата компенсация алды. Был йорттарҙы төҙөп бөтөү мөмкинлеге булмауы менән бәйле, - тип белдерҙе республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов. – 31 йортҡа ҡарата Фонд тарафынан компенсациялар биреү ҡаралған, уларҙың һигеҙ объекты буйынса түләүҙәр тулыһынса атҡарылған. Был – “ИнвестКапиталСтрой” йәмғиәтенең бер йорто, “ЕТЗК” ймғиәтенең ике йорто, “Союз-Строй” йәмғиәтенең өс йорто һәм “БашЛСТК” йәмғиәтенең ике йорто. Улаҙың барыһы ла Берҙәм проблемалы йорттар реестрынан алынған инде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йыл башында  Биләмәләр үҫеше фондының Күҙәтеү советы Туймазы районындағы “Стройпрофиль” һәм Өфө ҡалаһындағы “Амрита” йәмғиәттәре төҙөүселәре тарафынан зыян күргәндәргә аҡсалата компенсация биреү тураһында ҡарар ҡабул иткәйне. Был эштәрҙең барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: cont.ws


#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас