Милли проекттар
4 Февраль 2022, 08:30

800-ҙән ашыу хеҙмәт күрһәтелгән

Йүнселдәр сит илдә бизнес алып барыу үҙенсәлектәрен өйрәнгән.

800-ҙән ашыу хеҙмәт күрһәтелгән800-ҙән ашыу хеҙмәт күрһәтелгән
800-ҙән ашыу хеҙмәт күрһәтелгән

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр республиканың Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығының төбәк инжиниринг үҙәге йүнселдәргә 288, шулай уҡ үҙ эшен башларға теләгәндәргә 584 комплекслы хеҙмәт күрһәткән. Башҡортостан Республикаһында был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) нигеҙендә башҡарыла.

– Төбәк инжиниринг үҙәге Башҡортостан эшҡыуарҙарын предприятиеларҙы модернизациялау, техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыу һәм яңы технологияларҙы ғәмәлгә индереү йәһәтенән дәүләт ярҙамы менән тәьмин итә. Былтыр Төбәк инжиниринг үҙәге хеҙмәттәренән потенциаль файҙаланыусылар –  бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының етештереү предприятиелары реестрын төҙөүҙе системалаштырҙыҡ. Әле был реестрға 3800-ҙән ашыу ойошма индерелгән, – тине Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.

Мәҫәлән, 2021 йылда “Еңел старт һәм бизнесты уңайлы алып барыу өсөн шарттар тыуҙырыу” федераль проекты буйынса республикалағы етештереү өлкәһендә 24 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъектына, сит ил эксперттарын йәлеп итеп, консультация хеҙмәте күрһәтелде. Консультанттар сифатында Ҡытайҙан, Төркиәнән, Ирандан, Тажикстандан һәм Үзбәкстандан халыҡ-ара эксперттар сығыш яһаны. Етештереү предприятиелары вәкилдәре Европа, Урта һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәрендә бизнес асыуға һәм уны алып барыу үҙенсәлектәренә бәйле һорауҙарға яуап алды.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/428398/

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас