Милли проекттар
4 Февраль 2022, 09:02

Балалар тыуған төйәк менән танышасаҡ

zen.yandex.ruzen.yandex.ru
Фото:zen.yandex.ru

2022 йылда Рәсәйҙә уҡыусылар өсөн туризмды популярлаштырыуға йүнәлтелгән яңы пилот программаһы башлана. Уның төп маҡсаты – балаларҙы ҙур булмаған сәйәхәттәр барышында тыуған яҡ тарихы менән таныштырыу. Ошо йүнәлештәге эштәргә 500 миллион һум бүлеү тураһындағы бойороҡҡа һәм төбәктәргә субсидиялар биреү ҡағиҙәләре хаҡындағы ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы.

Субсидияларҙы мәктәп йәшен­дәге балалар өсөн махсус турист пакеттары булдырған 18 төбәк аласаҡ. Улар иҫәбендә – Адыгей, Башҡортостан, Ставрополь крайы, Вологда, Калининград, Курск, Новгород, Сахалин, Силәбе, Ярославль һәм башҡа өлкәләр.

“Быйыл 5 – 9-сы кластарҙағы 100 меңдән ашыу уҡыусы бер йәки хатта бер нисә көнлөк сәфәргә сығыу, ҡыҙыҡлы экскурсия программалары менән танышыу мөмкин­легенә эйә булыр, тип иҫәп тотабыҙ”, – тип билдәләне Михаил Мишустин вице-премьерҙар менән ойошторол­ған кәңәшмәлә. Ул вице-премьер Дмитрий Чернышенкоға пилот программа­һы үҫешһен, тағы ла күберәк төбәктәрҙе йәлеп итһен, ә иң мөһиме – уҡыусылар мәҙәни-танып белеү сәфәрҙәренән файҙа­лана алһын өсөн башланғыстың һөҙөмтәлелеген тәьмин итергә ҡушты.

“География бик киң – Сахалиндан Калининградҡа, Адыгеянан Новгородҡа тиклем”, – тип билдәләне Дмитрий Чернышенко. Проектҡа йәлеп ителгән төбәктәргә уҡыусыларҙың программала ҡатна­шыу ҡағиҙәләрен оператив билдә­ләү һәм башҡарыусылар реестрын төҙөү бурысы тора. Граждандар турист маршруты, шул иҫәптән экскурсияларҙы, ҡунаҡханаларҙы үҙаллы һайлай ала.

“Сәфәр 24 сәғәттән кәм булмаҫҡа тейеш, йәғни күсенгәндә балаларға уңайлы булһын өсөн кәмендә бер көн ҡаралырға тейеш. Беҙ бөтә кимәлдәге бюджеттар иҫәбенә һәр уҡыусыға ошондай юл йөрөү хаҡы ете меңдән дә кәм булмаҫ, тип иҫәп тотабыҙ, уның биш меңе – федераль ҡаҙнанан гарантияланған сумма”, – тип белдерҙе Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары.

Бынан тыш, Президент ҡушыуы буйынса, Министрҙар Кабинеты балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереү концепцияһын әҙерләгән. Дәүләт башлығы илдең һәр төбәгендә балалар үҙаллы һәм квалификациялы белгестәр етәкселегендә шөғөлләнә алһын өсөн уңайлы шарттар булдырыу бурысын ҡуйҙы. “Уларға үҫешеү һәм спортта уңыштарға өлгәшеү өсөн йүнәлештәр һайлау мөмкинлегенең булыуы мөһим”, – тине Михаил Мишустин.

Федераль аҡса ошо программаға сығымдарҙы ҡапларға мөмкинлек бирә. Был йәһәттән Башҡортостанға 55,5 миллион һум аҡса йүнәлтелә.

Яңы программа “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Үҫеп килгән быуындың ял итеүе өсөн шарттар булдырыу – уның төп өҫтөнлөктәренең береһе. Шулай уҡ тыуған төйәккә һөйөү, ватансыллыҡ тойғолары тәрбиәләү Рәсәй Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проектында ла төп бурыстарҙан билдәләнә.

Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа туризм тармағын үҫтереүгә иғтибар бермә-бер артты. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты турист навига­цияһы билдәләрен ҡуйыу буйынса әүҙем эш алып бара. Был мәғлүмәт билдәләре кешеләрҙе төбәктең иҫтәлекле урындарына, Башҡорт­остан­дың визит-үҙәктәренә, төрлө тәбиғәт һәм археология объекттарына, шулай уҡ музейҙарға һәм һәйкәлдәргә йүнәлтә.

– Яҡшы ял итеүҙең төп йүнәлеш­тәренең береһе – уңайлы мәғлүмәт мөхите. Башҡортостан Республика­һына килгән туристарҙың төбәктең теләһә ҡайһы өлөшөндә йүнәлеш алыуы һәм бер ауырлыҡһыҙ тәбиғи, мәҙәни-тарихи мираҫ объекттарын табыуы мөһим. Турист навигацияһы билдәләрен ҡуйыу – Рәсәй һәм сит ил туристары өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙан торған ҙур эштең бер өлөшө ул, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин.

 

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.

Читайте нас