Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Февраль 2022, 09:30

Әбйәлил фермеры грант яулаған

Ҡушый ауылы фермеры Ильяс Һибәтов дәүләт ярҙамына эре мөгөҙлө малдар һәм ауыл хужалығы техникаһы һатып алған.

Әбйәлил фермеры грант яулаған
Әбйәлил фермеры грант яулаған

Ил Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан фермерҙарға ҙур иғтибар бүленә. 

Ҡушый ауылы фермеры Ильяс Һибәтов "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә үҙ проектын тәҡдим итә һәм уға артабан "Башлаусы фермер" республика программаһында ҡатнашыу өсөн мәғлүмәти яҡтан ярҙам күрһәтелә. Эшҡыуар был программала грант яулауға ирешә. Дәүләт ярҙамына эре мөгөҙлө малдар һәм ауыл хужалығы техникаһы һатып ала.

-Ата-әсәйем ғүмере буйы малсылыҡта эшләнеләр, мин дә бала саҡтан уларға ярҙам иттем. Шуға күрә был эштең ни тиклем көсөргәнеш һәм оло хеҙмәт талап итеүен яҡшы аңлайым, ял да, байрам да юҡ. Шуға күрә малсылыҡ тармағы миңә һәм яҡындарыма бик таныш хеҙмәт, көндәлек йәшәү рәүеше тиһәк тә була. Аяғыма ныҡлаҡ баҫып китеү өсөн ҙур ярҙам күрһәткә Хөкүмәткә ҙур рәхмәтлемен, - ти ул.

Ит йүнәлешен һайлаған эшҡыуар симменталь тоҡомло 17 баш таналар һатып ала,  тракторлы була.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проекты сиктәрендә атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.

Автор фотоһы.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: