

Ҡариҙел районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин эшҡыуар Өлфәт Кәрәмәтов менән ит етештереүҙе үҫтереү мәсьәләһен тикшерҙе. Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) нигеҙендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” сиктәрендә үтте.
Артабан район башлығы “Һәр йортҡа – йәйен” аквафермаһын асыуҙа ҡатнашты. Проект крәҫтин (фермер) хужалығы башлығы Эльвира Несмиянова тарафынан тормошҡа ашырыла. Йәйен фермаһы асыу өсөн ул дәүләт программаһы буйынса финанс ярҙамы алған. Ошо аҡсаға кларий йәйене селбәрәләрен үрсетеү өсөн ҡорамалдар монтажланған.
Эльвира Несмиянова хәләл ефете менән бергә ябыҡ һыу тәьминәте системаларындағы яһалма бассейндарҙа балыҡ үрсетеү менән шөғөлләнә. Бындай системаларҙа балыҡты үҫтереү, ашатыу, һыуҙы алмаштырыу, балыҡты туҡлыҡлы элементтар менән тәьмин итеү, һыуҙың тәғәйен температураһын һаҡлау, уны таҙартыу һәм кислород менән һуғарыу автоматлаштырылған тәртиптә башҡарыла.
Хужалыҡ етәксеһе әйтеүенсә, уңайлы шарттар йылына 10 тоннаға тиклем әҙер продукция сығарыу мөмкинлеген бирәсәк. Киләсәктә йүнсел бүленгән бинаны ремонтлап, һыуытҡыс ҡорамал ҡуйырға, ыҫлау һәм балыҡ эшкәртеү цехы асырға ниәтләй.
Әйткәндәй, африка йәйене тәме үҙенсәлекле булған диетик ризыҡтарға ҡарай, шуға күрә уны шул килеш бешереп ашарға ла, төрлө ашамлыҡтар әҙерләргә лә була. Киләсәктә эшҡыуар төрлө консервалар, балыҡ фаршы, кәтлит, манты, билмән, строганина кеүек ярымфабрикаттар ҙа сығарыуҙы планлаштыра.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: karaidel.bashkortostan.ru/presscenter/news/428117/