Милли проекттар
4 Февраль 2022, 09:03

Теләк менән дарман ғына булһын

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын  тормошҡа ашырыуға айырыуса иғтибар бирелә. Әйткәндәй, үҙмәшғүл булғандар ҙа, шәхси хужалыҡтарын үҫтерергә теләгәндәр ҙә дәүләт ярҙамынан файҙалана ала. Ярҙам Рәсәй Хөкүмәте ҡарары нигеҙендә күрһәтелә.

Быйыл 1 ғинуарҙан ауыл хужа­лығы тармағында шәхси хужа­лыҡтарҙы үҫтереүгә иғтибар артты һәм уларҙың хужаларына дәүләт программаларында ҡатнашыу мөм­кинлеге бирелә. Атап әйткәндә, үҙмәш­ғүлдәргә йәшелсә, картуф, һөт етештереүгә, ит өсөн үрсетел­гән малдарҙы арттырыуға киткән сығымдарҙы ҡайтарыуға финанс ярҙамы тураһындағы төбәк программалары күҙ уңында тотола.

Был ярҙам “Бәләкәй һәм урта эш­ҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуар­лыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектында ҡаралған. Владимир Путиндың тәҡдиме буйынса ғәмәлгә ашырыл­ған милли проект 2030 йылға тиклем илебеҙҙә эшҡыуарҙар һанын 25 миллион кешегә еткереү бурысын ҡуя, шул иҫәптән фермер һәм шәхси хужалыҡтар иҫәбенә.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров та ауылдағы бәләкәй хужалыҡтарҙың республикала ауыл сәнәғәте комплексын үҫтереүҙә мөһим урын тотоуын билдәләне.

– Беҙ ауыл сәнәғәте комплексы өлкәһендәге сәйәсәтте яңы тул­ҡынға көйләйбеҙ, агроэшҡыуар­лыҡты үҫтерәбеҙ. Бөгөн ауыл хужалығы тауарының 40 проценты шәхси хужалыҡтарға тура килә, тағы ла 15 процентын фермерҙар етештерә. Улар халыҡты аҙыҡ-түлек тауары менән тәьмин итеүгә һиҙелерлек өлөш индерә, ауылдағы мәшғүллекте күтәреүгә булышлыҡ итә һәм ауыл биләмәләрен үҫтереүҙе ҡеүәтләй, – тине Андрей Назаров.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов та республикала бәләкәй хужалыҡтарҙың мөһим урын тотоуы һәм ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү күләмен арттырыуға булышлыҡ итеүе тураһында белдерҙе. Һуңғы ун йылда фермерҙар етештергән ауыл хужалығы тауарҙары 2,5 тапҡырға артҡан, ул бөгөн 14 проценттан юғары. 2030 йылға крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм шәхси хужалыҡтар иҫәбенә күрһәткес 20 процентҡа етеүе мөмкин. Әле төбәктә ете меңдән ашыу крәҫтиән (фермер) хужалығы иҫәпләнә. Уларҙың күпселеге үҫемлекселек менән шөғөлләнә, йәғни ауыл хужалығы тәғәйенләнешле ерҙәр­ҙең 16 процентын биләп, фермер­ҙар республикалағы игендең – 35, шәкәр сөгөлдөрөнөң – 19, йәшел­сәнең – 78, һөттөң – 12, иттең алты процентын етештерә.

Әлбиттә, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары эшмәкәрлеген үҫтереүгә федераль һәм дәүләт ярҙамы программалары булышлыҡ итә. 2019 – 2021 йылдарҙа ошо маҡсатта 2 миллиард 271 миллион һум бүленгән.

Илшат Фәзрахманов белдере­үенсә, ведомство “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” төбәк проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында бәләкәй төрҙәге хужалыҡтарға республика бюджетынан бүленгән ярҙам һәм субсидия биреү тәртибенә үҙгәрештәр инде­реү проекты әҙерләгән. Ул “Агростартап” проекттарын баһалағанда республиканың төньяҡ-көнсығыш һәм Урал аръяғы райондарына өҫтәмә балл биреүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ бәләкәй төрҙәге хужалыҡтарға гранттар биреү тәртибендә үҙгәрештәр ҡаралған.

Ғөмүмән, хәҙер һәр кеше, дәүләт биргән ярҙамды файҙаланып, үҙенең шәхси хужалығын үҫтерә ала, теләк менән дарман ғына булһын.

 

Рәмилә МУСИНА.

Читайте нас