

Туймазы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, район хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ике проект ҡаралды.
Шәхси эшҡыуар – крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Гөлнара Ғәниева һөт малсылығын үҫтерергә ниәтләй. 2020 йылда ул “Яңы эш башлаған фермер” программаһы буйынса грант алған. Мал һанын арттырыу өсөн йүнселгә бесәнлектәрҙе һәм һөрөнтө ерҙәрҙе киңәйтергә кәрәк.
Йәнә бер йүнсел – Лиана Нәсибуллина “Пират-мармелад” сауҙа нөктәһен асырға теләй. Ул район хакимиәтенә проектты субсидиялау мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт итте. Хакимиәт вәкилдәре үҙ вәкәләттәренә ярашлы проекттарҙың икеһенә лә ярҙам итергә булды.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) дүрт федераль проект инә: “Үҙмәшғүл граждандар менән эшмәкәрлек алып барыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу”, “Бизнесты еңел башлау һәм уңайлы алып барыу өсөн шарттар булдырыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы” һәм “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һәм үҙмәшғүл граждандар тарафынан ярҙам сараларын һәм махсус хеҙмәттәрҙе адреслы һайлау һәм ситтән тороп эйә булыу мөмкинлеге биргән һанлы платформа асыу».
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: vestnikapk.ru