Милли проекттар
5 Февраль 2022, 04:30

“Был эштә һәр нәмә мөһим”

Кескәй генә бер осҡон ҙур хәүеф сығанағы булыуы ихтимал.

“Был эштә һәр нәмә мөһим”“Был эштә һәр нәмә мөһим”
“Был эштә һәр нәмә мөһим”

Республиканың Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостандың Урман янғынын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге урман янғындары станцияларының 2022 йылғы хәүефле миҙгелгә әҙерлеген тикшереүҙе дауам итә.

– 1 февралдә беҙ Туймазы һәм Шафран район участкаларының 2-се типтағы “Бәләбәй” янғын һүндереү станцияларындағы техниканы, махсус ҡорамалдарҙы һәм янғын һүндереү инвентарын ҡарап сыҡтыҡ. Был эштә һәр нәмә мөһим, сөнки урмандағы янғынды һүндереү тиҙлеге һәм сифаты техникаһының ышаныслылығына һәм әҙерлегенә бәйле, – тине Урман янғынын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге етәксеһе Айрат Йосопов.

Мәғлүм булыуынса, кескәй генә бер осҡон ҙур хәүеф сығанағы булыуы ихтимал. Урманда һәм уға яҡын биләмәләрҙә, ҡағиҙәләрҙе боҙоп, усаҡ яҡҡан, ҡороған сыбыҡ-сабыҡҡа, ҡойолған япраҡтарға ут төрткән, кипкән үләнде яндырған өсөн закон буйынса яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡарала. Ведомство республика халҡын һәм ҡунаҡтарҙы урманда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра.

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы урмандағы янғынды иҫкәртеү буйынса эште Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты нигеҙендә тормошҡа ашыра.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: forest.bashkortostan.ru/presscenter/news/428302/

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас