

Мәсетле районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2021 йыл аҙағында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение”) “Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк программаһына ярашлы, Мәсетле районының фельдшер-акушерлыҡ пункттарына 15 ноутбук тапшырылған.
Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының баш табибы Булат Сәйетов әйтеүенсә, хәҙер фельдшерҙарҙың эш урындары персональ компьютерҙар менән тулыһынса тәьмин ителгән. Республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһына тоташтырылған өр-яңы заманса ҡорамалдар табиптарға пациенттарҙың электрон медицина картаһын тултырыу, сирлеләрҙе табипҡа яҙыу, тикшереү һөҙөмтәләрен электрон туплау, тапшырыу һәм алыу мөмкинлеген бирә.
– Республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһында һәр пациент тураһында кәрәкле мәғлүмәтте минут эсендә табырға була, – ти Әжекәй ауылы фельдшеры Клара Вахитова. – Заманса ҡулайлама беҙҙең дә, ауыл халҡының да ваҡытын экономиялай. Элегерәк ауылдаштарға тәғәйен белгескә күренеү йәки анализ биреү өсөн башта Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһындағы терапевҡа барырға тура килә ине. Хәҙер иһә яңы система ярҙамында улар табипҡа ҡабул итеүгә лә яҙыла, анализға йүнәлтмә ҡағыҙы ла ала.
Шулай уҡ “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының мөһим йүнәлешен тәшкил иткән “Һаулыҡ һаҡлауҙың түбәнге звеноһын модернизациялау” программаһы буйынса Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһына 60 компьютер тапшырылған.
#национальныепроекты#нацпроектың
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: mechetly.bashkortostan.ru/presscenter/news/428257/