Милли проекттар
5 Февраль 2022, 05:30

“Ошондай ҡатмарлы осорҙа бер-беребеҙҙе хәстәрләргә тейешбеҙ”

Ирекмәндәр хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән кешеләргә һәм өлкәндәргә көнкүрештә ярҙам итә.

“Ошондай ҡатмарлы осорҙа бер-беребеҙҙе хәстәрләргә тейешбеҙ”“Ошондай ҡатмарлы осорҙа бер-беребеҙҙе хәстәрләргә тейешбеҙ”
“Ошондай ҡатмарлы осорҙа бер-беребеҙҙе хәстәрләргә тейешбеҙ”

Саҡмағош районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Социаль әүҙемлек” федераль проекты нигеҙендә Саҡмағош районында яңы коронавирус сире таралған осорҙа “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәр штабы әүҙем эшләй.

Ирекмәндәр хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән кешеләргә һәм өлкәндәргә көнкүрештә ярҙам итә, Саҡмағош район дауаханаһынан район буйлап дарыуҙар ташыу, коронавирустың таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән халыҡ араһында мәғлүмәт-аңлатыу эше алып бара, телефон аша консультация бирә, амбулатор дауаланғандар һәм ҡурсаланыуҙа булғандар менән арауыҡта эш итә.

“Ошондай ябай булмаған осорҙа бер-беребеҙҙе хәстәрләргә, ярҙам ҡулы һуҙырға тейешбеҙ. Мөрәжәғәттәр буйынса көн һайын дарыуҙар ташыйбыҙ. Һәр мөрәжәғәтте күҙ уңында тоторға тырышабыҙ. Ошо көндәрҙә, мәҫәлән, Аблай ауылындағы Сулпан Гәрәеваға дарыу алып барып тапшырҙыҡ. 25 ғинуарҙан район буйынса 52 кешегә ошондай ярҙам күрһәтелде”, – тине ирекмәндәр штабы етәксеһе Дилара Тимашева.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/216299

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас