Милли проекттар
6 Февраль 2022, 04:30

Александр Бекетовтан - ағас уйынсыҡтар

Балаҡатай районында үткән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ағастан конструктор эшләп сығарыу проекты ҡаралды.

Александр Бекетовтан - ағас уйынсыҡтарАлександр Бекетовтан - ағас уйынсыҡтар
Александр Бекетовтан - ағас уйынсыҡтар

Ил Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә. 

Ошо көндәрҙә Балаҡатай районында үткән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ағастан конструктор эшләп сығарыу проекты ҡаралды. Александр Бекетовтың “Үҙем булдыра алам” проекты балалар өсөн ошондай маҡсатты күҙ уңында тота.

Александр ағастан һырлау менән шөғөлләнергә ярата. Артабан яңы идеялар тыуа башлай. Балалар өсөн конструктор эшләй, киләсәктә уларҙы күпләп етештерергә ниәтләй. Уйынсыҡ эшләгәнен ул видеоға ла төшөрә. Фотоларҙы һәм видеоларҙы конструктор төҙөү буйынса инструкция итеп һала. Социаль селтәрҙәрҙә лә әүҙем эшләй.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты нигеҙендә тормошҡа ашырылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә инвестиция проектына мәғлүмәт-консультация ярҙамы күрһәтергә ҡарар ителде, тип хәбәр итә Балаҡатай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.

Фото: Балаҡатай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Александр Бекетовтан - ағас уйынсыҡтар
Александр Бекетовтан - ағас уйынсыҡтар
Автор:Карима Усманова
Читайте нас