

Былтыр 2022 йылда Өфө ҡалаһының күп фатирлы йорттарындағы комплекслы ремонт үткәрелергә тейешле подъездар һаны исемлеге төҙөлгән.
Ул ваҡытта исемлеккә 27 күп фатирлы йорттағы 87 подъезд ингән. Әммә был маҡсатта тағы өҫтәмә аҡса бүленгән һәм объекттар һаны артҡан. Хәҙер яңыртылған исемлектә 53 йорттағы 173 күп фатирлы йорт бар. Уларҙың адрестары менән баш ҡала хакимиәте сайтына инеп танышырға мөмкин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мотлаҡ эштәр иҫәбенә тәҙрәләрҙе пластикка алмаштырыу, подъезға ингән урындарҙы төҙөкләндереү, беренсе ҡаттағы иҙәнгә плитка һалыу, стеналарҙы буяу, энергия һаҡлаусы яҡтыртҡыстарҙы, почта йәшниктәрен алмаштырыу һәм башҡалар ҡарай.
Республика (90 процент) һәм урындағы (10 процент) бюджетттарҙан финанслау ҡаралған. Программаға ярашлы, алты йыл эсендә ремонт эштәре атҡарылырға тейешле барлыҡ подъездар ипкә килтерелергә тейеш. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк.
Фото: rb7.ru