

Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан буйынса бүлексәһе “Минең яратҡан ҡалам” документаль һәм художестволы фотографиялар конкурсын үткәрә.
Ошондай эштәре аша өфөләр үҙ ҡалаһын, ундағы тормошто нисек күреүен – йорт һәм ғаиләне, парктарҙы, скверҙарҙы, урамдарҙы, билдәле урындарҙы күрһәтә ала.
Конкурста, йәшенә ҡарамай, һәр кем, шул иҫәптән ижади коллективтар ҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Эштәр 2022 йылдың 1 июненә тиклем ҡабул ителә.
Конкурс ошо номинациялар буйынса үткәрелә:
Баш ҡаланың заманса сағылышын һәм актуаллекте һаҡлау өсөн фотолар 2020 йылдан ҡалмай төшөрөлгән булырға тейеш. Сараға йомғаҡ быйыл август-сентябрҙә яһаласаҡ. Еңеүселәр күргәҙмәһе Өфө ҡалаһы тарихы музейында ойоштороласаҡ. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк.
Фото: top5-top10.ru
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан