

Әлшәй районының Раевка ауылындағы физкультура-һауыҡтырыу комплексы кортында Башҡортостандың өлкән йәштәгеләр командалары араһында шайбалы хоккей буйынса төбәк-ара ХХХ Ауыл спорт уйындары үткәрелде.
Сарала ауыл биләмәһе район үҙәге булған муниципаль райондар (I төркөм) көс һынашты. Был уйындар Әлшәй хоккейы ветерандары Евгения Горбуновтың, Илнур Миниәровтың, Николая Морозовтың, Геннадий Платоновтың һәм Райман Усмановтың яҡты иҫтәлегенә арналды.
Ярыштарҙа ҡатнашҡан командаларға сәләмләү һүҙе менән Әлшәй районы Советы секретары Шамил Сәлимов, район хакимиәтенең спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Динар Әхмәдрисламов сығыш яһаны. Улар хоккейсыларға матур уйын, еңел еңеү, ҡыҙыҡлы һәм намыҫлы көрәш теләне. Ярыштарҙа ҡатнашыусылар уйнау буйынса һәр төрлө оҫталығын күрһәтте.
Сарала Әлшәй районы командаһы – беренсе, Благовар командаһы – икенсе, Шишмә хоккейсылары өсөнсө урын яуланы.
24 – 27 февралдә Раевка ауылында өлкән йәштәгеләр командалары араһында шайбалы хоккей буйынса Башҡортостандың ХХХ Ауыл спорт уйындарының финал ярыштары ойоштороласаҡ. Ә бындай сараларҙың үткәрелеүе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Фото: newsboutword.ru