

Мишкә районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2021 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” федераль проекты нигеҙендә Мишкә районында 15 кеше бушлай төбәк хеҙмәт баҙарында талап ителгән яңы һөнәрҙәрҙе үҙләштерҙе. Улар араһында өс йәшкә тиклем бала ҡарау буйынса отпускыла булған ҡатындар, хеҙмәт мөнәсәбәттәрендә тормаған һәм мәктәпкәсә йәштәге балалары булған ҡатындар, 50 йәштән өлкәнерәктәр, пенсия алды йәшендәгеләр, шулай уҡ эш эҙләгән һәм мәшғүллек хеҙмәте органдарына мөрәжәғәт иткән, шул иҫәптән эшһеҙ граждандар бар.
“Граждандарыбыҙ “Газ-Нефть уҡыу үҙәге” Бөрө коммерцияға ҡарамаған автономиялы өҫтәмә һөнәри белем биреү ойошмаһында эшсе һөнәрҙәре буйынса белем алды, дүрт уҡытыусы Башҡорт дәүләт университетында “Һанлы педагог” йүнәлеше, ике кеше “Эшҡыуарлыҡ” буйынса белемен камиллаштырҙы. Уҡыу тамамланғас, уларҙың барыһы ла тейешле документ алып, эшкә урынлашты”, – тине Төньяҡ район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Мишкә районы бүлеге начальнигы Олеся Йосопова.
Ихтыяж иң ҙур булған һөнәр шыйыҡ һәм газ яғыулығында эшләгән ҡаҙанлыҡ операторы булып сыҡты.
Проектты тормошҡа ашырыу быйыл да дауам итәсәк.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: gazeta-pedagogov.ru
Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)