Милли проекттар
7 Февраль 2022, 14:30

Ҡатнашыусылар һанын 150-гә еткерергә ниәтләйҙәр

Предприятиеларға һаҡсыл етештереү принциптарын индереү ниндәй һөҙөмтә бирә?

Ҡатнашыусылар һанын 150-гә еткерергә ниәтләйҙәрҠатнашыусылар һанын 150-гә еткерергә ниәтләйҙәр
Ҡатнашыусылар һанын 150-гә еткерергә ниәтләйҙәр

Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса милли проектта ҡатнашҡан республика предприятиелары продукцияның үҙҡиммәтен кәметеү, ҡорамалдарҙың эштән сығыуын һәм тауар сығарыуҙың артыуын кәметеү иҫәбенә дөйөм алғанда бер миллиард һумды экономиялаған. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итте.

Беренсе вице-премьер белдереүенсә, 2021 йылда республика хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса милли проектты ғәмәлгә ашырыуҙың план күрһәткестәрен үтеп китте. Уға ҡатнашыусы булып 127 предприятие инде, ә план буйынса 90 булырға тейеш булған. 2,1 меңдән ашыу белгес һаҡсыл етештереү нигеҙҙәренә уҡып сыҡҡан.

– Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә төбәк компетенциялар үҙәгенең әүҙем эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә Башҡортостан, 2021 йыл йомғаҡтарына ҡараағанда, милли проектҡа йәлеп ителгән хеҙмәткәрҙәр һаны буйынса Рәсәйҙә өсөнсө урын яуланы, – тине Рөстәм Моратов. – 2022 йылда унда ҡатнашыусылар һанын 150 предприятиеға тиклем еткерергә планлаштырабыҙ.

Һаҡсыл етештереү принциптарын индереү иҫәбенә экономияланған средстволарҙы компаниялар технологик яңыртыуға һәм үҫтереүгә һала.

Уларға производстволарҙы яңыртыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау буйынса республика ҡаҙнаһынан өҫтәмә субсидиялар бирелә. 2021 йылда бындай ярҙамды 20 миллион һумға 12 предприятие алған. Был уларға 73 миллион һумға яңы ҡорамал һатып алырға мөмкинлек биргән.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас