Милли проекттар
7 Февраль 2022, 10:15

“Башҡортостан йыл уҡытыусыһы” республика конкурсы ҡатнашыусылары иғтибарына!

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы түбәндәгеләр хаҡында хәбәр итә.

“Башҡортостан йыл уҡытыусыһы” республика конкурсы ҡатнашыусылары иғтибарына!“Башҡортостан йыл уҡытыусыһы” республика конкурсы ҡатнашыусылары иғтибарына!
“Башҡортостан йыл уҡытыусыһы” республика конкурсы ҡатнашыусылары иғтибарына!

2022 йылда ҡатмарлы эпидемиологик хәл менән бәйле һәм коронавирус инфекцияһын таратмау маҡсатында “Башҡортостан йыл уҡытыусыһы” конкурсына документтарҙы ҡабул итеү дистанцияла атҡарыласаҡ. Был хаҡта Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы түбәндәгеләр хаҡында хәбәр итә.

1 февралдән 23 февралгә тиклем бәйләнештең яҡлаулы каналы аша муниципалитеттарҙың мәғариф бүлектәре ярҙамында дәғүәселәрҙең конкурста ҡатнашыуға ғаризаһы менән документтар комплекты ҡушымтаһы йүнәлтелә. 24 – 28 февралдә тапшырылған документтар тикшереләсәк. Конкурста ҡатнашыусылар исемлеге Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында биреләсәк.

3 мартта конкурс марафоны ҡатнашыусылар өсөн вебинар аша башланасаҡ. Унда конкурс материалдары йөкмәткеһе, уларҙы ойоштороу буйынса һорауҙар биреү мөмкинлеге ҡаралған. Ә был конкурсты үткәреү иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас