Милли проекттар
7 Февраль 2022, 06:15

Стәрлетамаҡ быяла паркеттары баҙарҙы яулай

Ҡасандыр эшен алюминий ҡоролмалар һәм быяла ҡырҡыуҙан башлаған компанияның директоры Альберт Кайбышев “Предприятиеның уңышы – команда уңышы”, ти.

Стәрлетамаҡ быяла паркеттары баҙарҙы яулайСтәрлетамаҡ быяла паркеттары баҙарҙы яулай
Стәрлетамаҡ быяла паркеттары баҙарҙы яулай

Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы “Изостер” компанияһы 2007 йылдан эшләй. Ҙур булмаған етештереү цехынан башланған предприятие әле көнөнә 2,5 мең быяла паркеттар етештерә. Тауарҙы Татарстан һәм Силәбе өләкәһендә бик теләп алалар. Предприятие етәкселеге “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” (“Малое и среднее предпринимательство”) милли проекты сиктәрендә ойошторолған Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ҡатнашты. Эшҡыуарҙарға бүленгән электр энергияһы ҡеүәтен арттырыуҙа ярҙам кәрәк. Быйыл яҙ был мәсьәлә урынан ҡуҙғалырға тейеш.

Бында төрлө быяла паркеттар етештерәләр: ҡояштан һаҡланыу (йәй кондиционерҙар ҡулланыуҙы кәметә), яғыулыҡты һаҡлаусы (ҡышын йылылыҡты тота), мультифункциялы (барлыҡ миҙгелдәр өсөн дә уңайлы), декоратив тупланмалы төҫлө һәм бронялы.

Мәҫәлән, күп ҡатлы йорттарға үҙҙәре таҙарған быяла паркеттар тәҡдим итәләр – махсус япма иҫәбенә дым быяла буйлап тигеҙ тарала, шуға ла ямғыр тамсылары яҡмай, ә бер япма булып ағып, бысраҡты ла йыуып төшөрә. Һөҙөмтәлә осһоҙға төшәсәк, сәнәғәт альпинистарын яллап тороу кәрәкмәй. Мәскәү дауаханаларының береһе  жалюзилы быяла паркеттарға заказ биргән – быялалар һәр саҡ таҙа һәм жалюзиға ла зыян килтерелмәй.

 

“Изостер”ҙа заманса ҡорамалдар ҡуйылған. Мәҫәлән, Австрия станогы – донъяла сифатлы станоктар етештерә, ул шунда уҡ быяла ситен тигеҙләп ҡуя. Әгәр шулай итмәһәң, полотно йылытыуға сыҙамаясаҡ,  ярыласаҡ. Сыныҡтырыу мейесе бик ҡыҙыу – 700 Цельсий градус самаһы. Шундай эҫе, айырым бүләмәлә урынлашҡан һалҡынайтыусы елләткестәр самолет кеүек шаулай.

“Изостер” ҡунаҡтары һәм клиенттары араһында яратҡан аттракцион – ул быяланы ҡыҙҙырыу юлы менән тикшереү һәм триплекс менән быяла паркетты ярып ҡарау. Ағас таяҡ һуғыуға ҡаршы тора алмаһа ла, триплекс бирешмәй. Бындай быяла паркеттар шәхси йорттарға ҡуйылһа, уны бур яра алмай, янғын ваҡытында сығыуға еңел.

Ҡасандыр эшен алюминий ҡоролмалар һәм быяла ҡырҡыуҙан  башлаған компанияның директоры Альберт Кайбышев “предприятиеның уңышы – команда уңышы”, ти. Йөҙәр миллионға торошло станоктар алып та, тейешенсә һөҙөмтәгә өлгәшмәҫкә мөмкин. “Изостер”ҙа һәр хеҙмәткәрҙең ҡәҙерле һәм улар ҙә дөрөҫ эшләргә генә түгел, ә ваҡытында эшләргә кәрәклеген яҡшы аңлай.  Ҡыҙыу миҙгел осоронда кешеләргә ауырға тура килә. Мәҫәлән, программист уйлап сығарған программа һөҙөмтәһендә быяла паркеттарҙы тейәүгә әҙерләүгә ваҡыт күп сарыф ителмәй. Бындай кешеләрҙең предприятиела ҡалыу сере – эш хаҡы.

Әммә кешеләр барыбер етмәй. Былтыр “Изостер"ҙа тауарҙы тейәүгә ун көнлөк сират хасил булған. Предприятиела эшсе ҡулдар етмәүгә бәйле 50 мең квадрат метр быяла паркет етештерелмәгән. Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары, бизнес-шериф Гүзәл Ситдиҡова Альберт Рәмил улы Кайбышевҡа ҡала колледждары менән хеҙмәттәшлек итергә кәңәш итте: йәштәр бөгөн практика үтһә, ә иртәгә эшләргә киләсәк.

Әлбиттә, бындай хеҙмәттәшлек донъя баҙарын яулап, экспортты үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) үтәүгә тос өлөш индерәсәк.

Фото: социаль селтәрҙәге “Бәйләнештә” төркөмөнән алынды.                                   

  #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас