

Мәсетле районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Оло Ыҡтамаҡ район поликлиникаһында яңы һанлы диагностика рентген комплексы ҡуйылды. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение”) түбәнге медицина звеноһын яңыртыу программаһы буйынса һатып алынды.
Яңы техника иҫкеһе менән сағыштырғанда бер нисә өҫтөнлөккә эйә. Ул хәүефһеҙерәк, нур баҫымы түбән, тикшереү һөҙөмтәләрен анализлау өсөн программа менән тәьмин ителгән.
– Заманса ҡорамал юғары сифатлы диагностика мәғлүмәттәрен еңел һәм тиҙ арала алыу мөмкинлеген бирә. Снимоктарҙы өйрәнгәндә уларҙы ҙурайтырға, ентекләберәк ҡарау өсөн контрастлыҡты үҙгәртергә мөмкин. Был бик уңайлы. Өҫтәүенә, лаборантҡа пленкаларҙы эшкәртергә, киптерергә кәрәкмәй. Ваҡыт экономиялана, күберәк пациенттар тикшерелә. Һөҙөмтәлә сир алдан уҡ асыҡланып, дауалау саралары башлана, – тине Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының табип-рентгенологы Хани Халбуп.
Әйткәндәй, снимоктарҙы бер нисә төрҙә – ябай ҡағыҙҙа, һанлы пленкала, электрон рәүештә алырға була.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: mechetly.bashkortostan.ru/presscenter/news/428637/