Милли проекттар
8 Февраль 2022, 08:30

Халыҡ мәшғүллеген хәстәрләп

Яңы Балаҡатай ауылында мәшғүллек үҙәге бинаһын капиталь ремонтлау күҙаллана.

Халыҡ мәшғүллеген хәстәрләпХалыҡ мәшғүллеген хәстәрләп
Халыҡ мәшғүллеген хәстәрләп

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” федераль проекты нигеҙендә 2021 йылдан мәшғүллек хеҙмәте эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса саралар тормошҡа ашырыла. Был проект 2022 йылдан халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенең дәүләт учреждениеларын заманса “кадрҙар үҙәктәренә” әүерелдереүҙе күҙ уңында тота.

Балаҡатай районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Яңы Балаҡатай ауылында мәшғүллек үҙәге бинаһын капиталь ремонтлау һәм үҙәк хеҙмәткәрҙәренең эш урындарын йыһазландырыу планлаштырыла. Яңыртыу саралары шулай уҡ “Рәсәй эше” фирма стилен дә үҙ эсенә ала. Шулай уҡ автоматлаштырылған мәғлүмәт системалары эшен ойоштороу-методик яҡтан тәьмин итеү ҡарала.

Ошо көндәрҙә Төньяҡ-Көнсығыш район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры Гудков Александр Васильевич Балаҡатай районына килде. Район башлығы Мәсхүт Миңлеғәлин менән осрашыуҙа ул, пилот проектына ярашлы, мәшғүллек үҙәген яңыртыу буйынса көнүҙәк мәсьәләләрҙе һәм пландарҙы тикшерҙе.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/217288

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас