

Башҡортостан халҡына юридик шәхестәр һәм эшҡыуарҙар тураһында мәғлүмәт алыу мөмкинселеге булдырылды. Мәғлүмәтте һалым хеҙмәтенең “Асыҡ бизнес” сервисы аша алып була.
Теүәл адрес яҙһаң, ресурс был адрес буйынса ниндәй ойошмаларҙың теркәлгәнлеге тураһында мәғлүмәт бирә. Граждандың исем-шәрифе буйынса уның ниндәй ойошманың ойоштороусыһы, етәксеһе икәнлеген белеп була.
Сервис теләгән һәр кемгә ул йәки был бизнес субъекты тураһындағы мәғлүмәтте аныҡларға мөмкинлек бирә. Эшҡыуарҙар үҙҙәре ресурс ярҙамында контрагенттың юридик шәхестәр реестрында теркәлгәнме-юҡмы, хоҡуҡ боҙмағанмы икәнлеге, штатта нисә хеҙмәткәр иҫәпләнеүе, килем күләме, һалымдар түләү буйынса мәғлүмәткә эйә була ала.
Сервис Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проекты (национальный проект "Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") сиктәрендә барлыҡҡа килгән. Милли проект эшҡыуарлыҡҡа төрлө яҡлап булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тота. Уға ярашлы, 2030 йылға илдә эшҡыуарҙар һаны 25 миллионға етергә тейеш, тип иҫәп тотола.
Фото: nalog.gov.ru
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан