

Башҡортостан Республикаһының Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге үҙенең эшмәкәрлегендә халыҡ, йәштәр һәм үҫеп килеүсе быуын менән тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл мөнәсәбәт, экологик үҙаңды үҫтереү һәм нығытыу йәһәтенән агитация-пропаганда һәм аң-белем таратыу эшенә ҙур иғтибар бүлә.
Мәҫәлән, Дыуан урман янғындарын һүндереү станцияһының район участкалары хеҙмәткәрҙәре Нәсибаш, Балаҡатай, Мәсәғүт урта мәктәптәре уҡыусылары өсөн урманда үҙеңде хәүефһеҙ тотоу ҡағиҙәләре буйынса дәрестәр үткәрҙе.
– Балаларға урман янғындарының төп сәбәптәре, бындай осраҡтарҙа нимә эшләргә кәрәклеге хаҡында һөйләнеләр, – тип билдәләне “Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге” учреждениеһы етәксеһе Айрат Йосопов. – Дәрес барышында ҡыҙҙарға һәм малайҙарға урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре яҙылған ҡулланмалар таратылды.
Бынан тыш, урындағы халыҡҡа мәғлүмәт биреү өсөн Дыуан урман янғындарын иҫкәртеү станцияһы белгестәре республиканың төньяҡ-көнсығыш ауыл советтары рәйестәре һәм хеҙмәткәрҙәре менән тематик әңгәмәләр үткәрҙе.
Урман фондында янғын сығыуҙарҙы булдырмау һәм тәбиғи янғындарҙан зыянды кәметеү буйынса эште Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы “Экология” милли проекты сиктәрендә “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектының маҡсатлы күрһәткестәренән сығып алып бара.
Был федераль проект Рәсәй халҡы өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ мөхитте тәьмин итеү маҡсатында милли урмандарҙы һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән. Урмандарҙы һаҡлау, тергеҙеү буйынса сараларға халыҡты йәлеп итеү, ҡырҡылған һәм юҡҡа сыҡҡан ағастарҙың бөтә участкаларында ла урманды һаҡлауға ҡаршы көрәш алып барыу, урман япмаһын тергеҙеү күҙаллана.
Проектты тормошҡа ашырыу 2018 йылда башланды һәм 2024 йылдың аҙағына тиклем дауам итәсәк
Федераль проект кураторы - Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Виктория Абрамченко һәм Рәсәй тәбиғәт ресурстары һәм экология министры урынбаҫары Сергей Аноприенко.
Билдәле булыуынса, Рәсәй – урмандар һаны буйынса донъяла беренсе урындарҙа килә. Ағастарҙың ғәйәт ҙур запасы урман ресурстарын файҙаланыуҙың экстенсив моделен билдәләне, ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өҫтөнлөк итеүен дауам итә. Әммә урмандың әһәмиәте иҡтисад менән генә сикләнмәй. Беренсенән, урмандар пар газын йота. Икенсенән, климат, һауаның һәм хатта һыуҙың таҙалығы урман торошона бәйле.
“Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты планета өсөн мөһим Рәсәй урмандарын тергеҙеү өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән. Был документ буйынса 2024 йылға Рәсәй ҡырҡылған һәм тергеҙелгән урмандар араһында тулы баланс булдырырға тейеш. Урмандарҙы тергеҙеү буйынса төп эш күләме эшҡыуарҙарға – урман ерҙәрен ҡуртымға алыусыларға йөкмәтелгән. Урман әҙерләүселәр ҡырҡҡан кеүек үк ағас ултыртып, урманға килтерелгән зыянды ҡапларға тейеш.
2019 йылда урман хужалыҡтары парктарын махсус техника менән йыһазландырыу программаһы эшләй башланы. Был һуңғы йылдарҙа федераль аҡса иҫәбенә техниканы яңыртыуға юл асты. Паркты киңәйтеү урман хужалыҡтарына урманда янғын сығыуға реакция тиҙлеген арттырырға мөмкинлек бирҙе. Тиҙ арала ут сығанаҡтарын табыу һәм кисектергеһеҙ саралар күреү Рәсәйҙең мөһим йәшел мираҫын һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.
Күренеүенсә, дәүләт урмандарҙы тергеҙеү өсөн күпте эшләй. Әммә был эштә халыҡтың да аңлылығы бик кәрәк. Шуға күрә улар араһында аңлатыу эштәре алып барыу маҡсатҡа ярашлы эш.
Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты (национальный проект “Экология”) Владимир Путиндың май указдары менән раҫланды.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: ecologyofrussia.ru.