

Быйыл Башҡортостанда 209 йорттағы 687 лифтты алмаштырыу планлаштырылған. Лифт – күп фатирлы йорттағы подъезд инфраструктураһының төп элементы. Алдан үткәрелгән әҙерлек эштәре һөҙөмтәһендә былтыр уҡ республикалағы подряд ойошмалары 2022 йылда лифттарҙы алмаштырыу планын тормошҡа ашыра башлаған. Шулай итеп, яңы йылға тиклем 59 йорттағы 203 яңы лифт файҙаланыуға тапшырылған. Был – ағымдағы йылдағы пландың 30 проценты. Ә лифтты файҙаланыу ваҡыты - белеүебеҙсә, 25 йыл.
“Республика биләмәһендә урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм милекте капиталь ремонтлау төбәк операторы” фондына 2025 йылға тиклем файҙаланыу срогы сыҡҡан лифттарҙы алмаштырыу мәсьәләһе тора. Шулай итеп, 2023–2025 йылдарҙа 500 йорттағы 1305 лифтты алмаштырыу планлаштырылған.
Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк.
Фото: admspvoskresenskoe.ru
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан